Ауыл халҡы ярҙам аласаҡ11.06.2014
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышы 18 июнгә тәғәйенләнде. Уның көн тәртибенә 40 мәсьәлә индерелде.


Депутаттар республика Хөкүмәтенең былтыр дәүләт мөлкәтен хосусилаштырыу һөҙөмтәләре тураһындағы отчетын тыңлаясаҡ, шулай уҡ “Башҡортостанда ауыл хужалығын үҫтереү һәм ауыл хужалығы продукцияһы, сеймал, аҙыҡ-түлек баҙарҙарын көйләү” дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу йомғаҡтарына баһа бирәсәк. Беренсе уҡыуҙа улар урындағы үҙидара органдарына иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйыу буйынса вәкәләттәр биреү тураһындағы закон сығарыу тәҡдимен ҡараясаҡ. Бындай яңылыҡ республика халҡынан бик күп мөрәжәғәт килеүгә бәйле.
Депутаттар ауыл хужалығын үҫтереү ауыр булған төбәктәрҙә эшмәкәрлекте тормошҡа ашырған ауыл халҡына ярҙам күрһәтеү буйынса проектты тикшерәсәк. Уға ярашлы, тәбиғәт-климат, социаль-иҡтисади, тупраҡ уңдырышлылығына һәм география шарттарына бәйле килем күләме тармаҡ буйынса уртаса күрһәткестән түбәнерәк булған биләмәләр “ауыл хужалығын үҫтереү өсөн уңайһыҙ төбәк” тип таныла ала. Бындай биләмәләргә махсус программалар буйынса ярҙам күрһәтеләсәк.
Пленар ултырышта урамда рөхсәтһеҙ сауҙа иткән өсөн штрафты арттырыу тураһындағы проектты ҡарау күҙаллана. Бындай башланғысты Өфө ҡала Советы депутаттары тәҡдим итте.


Вернуться назад