“Һалҡын һуғыш” яңынан тоҡанырмы?08.07.2014
Ҡара диңгеҙ флотында хәрби күнекмәләр булып үтеүе, Украиналағы мәхшәрҙең дауам итеүе, ике Кореяның дуҫлашырға ынтылыуы, Яҡын Көнсығышта йәнә һуғыш башланыуы иғтибар үҙәгендә булды.


НАТО-ның Рәсәйгә яуабы

5 июлдә Рәсәйҙең Ҡара диңгеҙ флотында планлы хәрби күнекмәләр башланды. Уларға Ҡырым ярымутрауы һәм Новороссийск базаларында урынлашҡан караптар йәлеп ителгән.


Был сараға әллә ни әһәмиәт бирмәҫкә лә булыр ине, тик шуныһы иғтибарҙы йәлеп итә: 3-4 июлдә Ҡара диңгеҙҙә “Бриз-2014” тигән халыҡ-ара хәрби күнекмәләр ҙә булды. Унда НАТО ағзаларының (Болгария, Греция, Румыния, Төркиә һәм АҠШ) хәрби көстәре ҡатнашты. Украиналағы хәлдәрҙе, Америка менән Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙе иҫәпкә алғанда, бик хәүефле күренеш был. Илебеҙҙең планлы күнекмәләренә ҡаршы НАТО-ның яуап аҙымы тип ҡарарға ла мөмкин. Билдәле хәрби эксперт Игорь Коротченко был күренеште “хәрби шантаж” тип атаны. НАТО илдәре күнекмәләр аша үҙ көсөн күрһәтергә уйланы, күрәһең. Рәсәй етәкселеген ҡурҡытып алырға ла булғандарҙыр. Ләкин илебеҙ уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы ише ярым тубыҡланған хәлдә түгел, аяғында ныҡлы баҫып тора, оборона ҡеүәте лә көсәйҙе. Көнбайышта һәм АҠШ-та быны бик яҡшы беләләр. Шуға ла ике яҡлы күнекмәләрҙе бер-береңә “кеҫәнән генә йоҙроҡ төйнәшеп алыу” тип баһаларға кәрәктер.
АҠШ-тың элекке Дәүләт секретары Хиллари Клинтон белдереүенсә, Путинды бындай алым менән генә өркөтөү мөмкин түгел. Уның һүҙҙәренән шундай һығымта яһарға була: ни генә тимә, Америка барыбер ошо хәрби күнекмәләр аша Рәсәйгә баҫым яһамаҡсы итә. Был ханым Путин алып барған тышҡы сәйәсәтте ҡаты тәнҡит утына тотто. Бының менән үҙенә сәйәси мәрәй туплай башланы тип ҡарарға кәрәк, сөнки ул 2016 йылда үтәсәк президент һайлауында ҡатнашырға ниәтләй. Рәсәйҙе тәнҡитләмәй тороп, Хиллари Клинтон халыҡты үҙенә ылыҡтыра алмаясаҡ.
Рәсәй менән АҠШ мөнәсәбәттәренә килгәндә, үткән быуаттың 60 – 80-се йылдарындағы кеүек, йәнә “һалҡын һуғыш” уты башланыуы ихтимал. Тик уны Рәсәй ҡуҙғытмаясаҡ, әммә кәрәк осраҡта илдең именлеген һаҡлау өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ, тип белдерҙе Владимир Путин үҙенең бер сығышында. Эйе, хәрби күнекмәләр тап шундай маҡсаттан сығып уҙғарыла ла инде.

Бирешергә теләмәйҙәр

Украинаның көнсығыш өлөшөндә һаман да граждандар һуғышы бара. Дәүләттең көс структуралары Донбасс, Луганск өлкәләрен бомбаға тота, һөжүм һауанан да, ҡоро ерҙән дә ойошторола.


Үткән аҙнала халыҡ ополчениеһының хәрби көстәре Славянск ҡалаһын ҡалдырырға мәжбүр булды. Украина президенты Петр Порошенко был ҡаланың хакимиәте бинаһына Украина флагын ҡаҙарға ҡушҡан. Өҫтәүенә ундағы 35 йәшкә тиклемге барлыҡ ир-атты ҡулға алырға бойоролған. Киев ошондай юл менән үҙаллылыҡҡа ынтылған республикалар халҡының рухын һындыр­маҡсы, күрәһең. Ләкин, Украина хәрбиҙәренә ҡаршы кө­рәшкә күтәреүселәрҙең береһе Денис Пушилин бел­дереүенсә, уларҙы бындай юл менән генә еңә ал­маясаҡтар. “Беҙҙең өсөн был – икенсе Бөйөк Ватан һуғышы, – тине ул. – Тәүгеһендә ата-бабабыҙ фашис­тарҙы еңеүгә өлгәште, беҙ ҙә Киевтың фашистик идеология менән һуғарылған хәрби көстәрен мотлаҡ еңәсәкбеҙ”.
Украина фашистары немецтарҙан да уҙҙырып ебәрә: улар үҙҙәренекен ҡырмаған, ә былар тыныс халыҡ йәшәгән ҡала-ауылдарҙы күрәләтә бомбаға тота. Ҡатын-ҡыҙ, балалар менән бер рәттән һуғышты аныҡ яҡтыртырға ынтылған журналистар ҙа һәләк була. Мәҫәлән, уҙған аҙнала Рәсәй телевидениеһының 1-се каналы журналисы һәләк булды. Был бәләләрҙә Украина һаман да Рәсәйҙе ғәйепле һанай. Көнбайыш иһә илебеҙгә иҡтисади санкциялар менән янай.
Әле Украинаның хәрби көстәре Донбассты штурм менән алыу тураһында һүҙ йөрөтә. Украинаның иң бай кешеһе, билдәле сәйәсмән һәм эшҡыуар Ринат Әхмәтов ҡаланы утҡа тотмауҙы һораған. Уның белдереүенсә, илдәге көрсөктө һөйләшеүҙәр аша ғына юлға һалырға мөмкин. Иртәме-һуңмы, ошо юлға барасаҡбыҙ, тигән ул. Эйе, һөйләшеп килешмәй тороп, илдә тыныслыҡ урынлаштырып булмаясаҡ.

Шымсылыҡтың аҙағы шым булманы

АҠШ менән Европа союзы араһында ла низағ сығып тора. Ул да булһа Эдвард Сноудендың эшмәкәрлегенә бәйле. Билдәле булыуынса, был кеше Америка шымсыларының эшен бар донъяға фаш иткәйне. Уның ярҙамы менән АҠШ разведчиктарының Германия канцлеры Ангела Меркелдың телефондан һөйләшкәндәрен йәшертен тыңлауы билдәле булды. Ошоға бәйле Германия тикшереү уҙғара башлаған һәм АҠШ-тың Европа илдәре етәкселәре эшмәкәрлеген йәшертен күҙәтеүен асыҡлаған.


Башҡа донъя хәлдәренә килгәндә, Яҡын Көнсығышта йәнә һуғыш башланды. Израиль менән Фәләстән автономияһының нисәмә йылға һуҙылған ыҙғышы һаман дауам итә. Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяху белдереүенсә, тыныслыҡты Фәләстән башлап боҙған, һәм уларға бының өсөн яуап бирергә тура киләсәк. Ҡаршы яҡтан Мәхмүд Аббас иһә “Хамас” төркөмө етәксеһенә һуғышты туҡтатырға бойорған. Тик уларының быға ҡолаҡ һалыуы бик икеле.




Вернуться назад