Министрлыҡта – яңы урынбаҫар08.07.2014
Министрлыҡта – яңы урынбаҫар
Рөстәм Хәмитов Радик Гәрәевте республиканың иҡтисади үҫеш министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне.



Радик Нәби улы Гәрәев 1960 йылда Өфөлә тыуған. Юғары белемле — Өфө авиация институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1977 йылда ошо уҡыу йортонда лаборант булып башлай. Төрлө йылдарҙа СССР-ҙың 50 йыллығы исемендәге Өфө агрегат етештереү берекмәһендә ВЛКСМ комитеты секретары урынбаҫары, секретары, ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетында инструктор, Башҡорт­остандың Демократик йәштәр союзында сектор мөдире була. Шулай уҡ республиканың Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитетында, Өфө хакимиәтендә эшләй. 2013 йылдан алып әлегә тиклем — Башҡортостандың Территориаль үҫеш агентлығы етәксеһе урынбаҫары.


Вернуться назад