Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса даими эш итеүсе координация кәңәшмәһе ултырышын үткәрҙе. Унда пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде.
– Был эшмәкәрлектең ҡайһы бер йүнәлештәре буйынса хәл борсоуға һала, — тине Рөстәм Хәмитов. — Үҙебеҙҙе ташыусылар хеҙмәтенән файҙаланған кешеләр урынына ҡуйып ҡарайыҡ. Улар нимәнән ҡәнәғәт түгел? Иң элек – туҡталыштарҙағы халыҡтың күплегенән. Маршрут таксиҙарының шоферҙары дорфа ҡылана, үҙ-ара хәүефле ярыш ойоштора. Техник торошо шәптән булмаған транспортҡа ултырған кешеләр көндәлек көсөргәнеш кисерә. Бындай “ярышсы”ларҙың бер ниндәй ҙә яуаплылығы юҡ. Һөҙөмтәлә — фажиғә, кешеләр һәләк була, имгәнә. Водителдәрҙең физик сәләмәтлеге өсөн берәү ҙә яуап бирмәй тиерлек. Быйыл мартта “Өфө — Белорет” юлындағы фажиғәлә ете кеше һәләк булды. ЮХХДИ үткәргән рейдтарҙа “һалмыш” водителдәр йыш осрай.
Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, законһыҙ ташыусылар арҡаһында тейешле рөхсәт ҡағыҙҙары булған ойошмалар килемдең 25 процентын юғалта.
Былтыр республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты пассажирҙар һәм багаж ташыу өлкәһендә 30 иҫкәртеү сараһы ойошторған. Уларға ЮХХДИ, дәүләт автомобиль юлын күҙәтеү идаралығы йәлеп ителгән. Бөтәһе 28 эш ҡаралған, 1 миллион һумлыҡ штраф һалынған. Быйыл Өфө ҡалаһы хакимиәте тейешле органдар менән берлектә 22 протокол төҙөгән. Өфөлә генә 900 транспорт сараһы пассажирҙарҙы законһыҙ ташыу менән шөғөлләнә. Мәғлүмәттәргә ҡарағанда, “Тимер юл вокзалы — Эске эштәр министрлығы мәктәбе”, “Ағиҙел — Көньяҡ автовокзал”, “Королев урамы — 1-се гимназия-интернат” һәм ҡайһы бер башҡа маршруттарҙа эшләй улар. Баш ҡалалағы 33 даими автобус маршрутының “дублеры” бар.
– Был хәлдең айышына төшөнөргә кәрәк. Мәсьәләгә ҡәтғи контроль булдырыу шарт. Мәскәү, Санкт-Петербург һәм башҡа ҙур ҡалаларға барып, был проблеманың нисек хәл ителгәнен күҙәтеү фарыз, — тине Рөстәм Хәмитов.
Эшкә барыу һәм ҡайтыу сәғәттәрендә йәмәғәт транспорты туҡталыштарында юл хәрәкәте ҡағиҙәләре ныҡлы боҙола, пассажирҙарҙың хәүефһеҙлегенә бәйле талаптар үтәлмәй. Автобустар ишектәрен япмайынса ҡуҙғала, кешеләрҙе юл уртаһында төшөрә. Мәҫәлән, Иглин районында автомобиль туҡталышта торған ете кешене тапатҡан. Бындай урындарҙы тәртипкә килтереү фарыз.
Рәсми ташыусылар ҙа эштән ситтә ҡалмаҫҡа тейеш. Уларҙың маршрутта йөрөү хоҡуғына эйә булмағандарҙы ҡыҫырыҡлап сығарыу мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, бындай закон боҙоусылар хаҡында полицияға, башҡа инстанцияларға хәбәр итергә була. Муниципалитеттарҙағы административ комиссиялар пассажирҙар ташыуҙы ойоштороу тәртибен боҙоуға ҡағылған ЮХХДИ материалдарын йылдамыраҡ ҡарарға тейеш.
Ошо өлкәлә хоҡуҡ һаҡлау органдарының, республика министрлыҡтары һәм ведомстволарының, киң мәғлүмәт сараларының, йәмәғәтселектең тырышлығын берләштерергә кәрәк. Пассажирҙар ташыуға бәйле хәлде яйға һалыу өсөн беҙҙә мөмкинлектәр, вәкәләттәр етерлек. Ләкин бөгөн улар һөҙөмтәһеҙ файҙаланыла. Һәр кешенән үҙ эшенә яуаплы мөнәсәбәт, бурыстарҙы тайпылышһыҙ үтәү талап ителә.
* * *Кисә шулай уҡ Рөстәм Хәмитов Мексика Ҡушма Штаттарының Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Рубен Альберто Бельтран Герреро менән осрашыу уҙғарҙы.