Башҡортостанда сентябрҙә үтәсәк Президент һайлауҙарына башланғыс бирелде. Республика халҡын ҡыҙыу осор һәм мөһим ҡарар ҡабул итеү мәле көтә. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев сираттағы тауыш биреү кампанияһының үҙенсәлектәре тураһында һөйләне.
14 сентябрҙә, Президент һайлауҙан тыш, республика халҡы Башҡортостандың бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Красный Холм һайлау округы буйынса депутат, Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ-территориаль берәмеге советына, 18 муниципаль райондың урындағы үҙидара органдарына депутаттар өсөн тауыш бирәсәк. Һайлау ҡануниәтенең үҙгәреүенә бәйле һәр этапта һайлаусыларҙы яңылыҡтар көтә. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлауҙың заманса механизмы тәүге тапҡыр һыналасаҡ. Был вазифаға кандидаттар һайлауҙа ҡатнашырға хоҡуғы булған сәйәси партиялар тарафынан ғына тәҡдим ителә ала. Бынан тыш, кандидат өсөн тауыштар ҙа йыйырға тура киләсәк. 457 тауыштың 57-һе район һәм ҡала округтары депутаттарыныҡы булырға тейеш. Һуңғы ҡултамғаларҙың республиканың 48 муниципаль районында һәм ҡалаһында алыныуы шарт.
Хәйҙәр Вәлиев билдәләүенсә, 28 июлгә тиклем Президент һайлауҙа ҡатнашасаҡ кандидаттарҙың исемлеге билдәле буласаҡ. Һайлауға ҡағылышлы барлыҡ мәғлүмәт Башҡортостандың үҙәк һайлау комиссияһы сайтында урынлаштырылған.