Әҙерлек дәррәү бара05.07.2014
18 июндә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Башҡортостан Республикаһы башлығын алдан һайлау көнөн билдәләү тураһында ҡарар ҡабул итте. Һайлауға әҙерлек эштәре нисек бара, ниндәй яңылыҡтар индерелгән? Ошо һорауҙарға яуап табыу маҡсатында Ғафури районының территориаль һайлау комиссияһы рәйесе Әнүәр Әбүзәр улы Муллағоловҡа бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – уға.


– БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары республика етәксеһен һай­лау көнөн билдәләү буйынса ҡарар ҡабул иткәндән һуң, һайлауға әҙерлек эштәре башланды. Әле һайлау участ­каларының сиктәрен билдәләү, исем­лектәрҙе асыҡ­лау буйынса эш бара. Уларҙы тулыландырыу эше ауыл би­лә­мәләре хеҙ­­мәт­­- кәр­ҙәренә йөкмәтелгән. Шулай уҡ Федераль миграция хеҙмәте идаралығы менән дә хеҙмәттәшлек итеү бурысы тора. Һәр кем үҙенең исемлеккә инеү-инмәүен территориаль һайлау комиссия­һында белә ала. Ә 25 августан быны участка һайлау комиссияларында асыҡлап буласаҡ.
Билдәле булыуынса, участка һайлау комиссиялары биш йылға һайлап ҡуйыл­ған ине. Районда барлығы 47 һайлау участкаһы эшләйәсәк. Бары­һында ла бюл­летень йәшниктәре үтә күренмәле буласаҡ. Һайлауҙы ғәҙел үткәреү маҡ­са­тында һайлаусылар һаны 500-ҙән ашыу булған бер нисә һайлау участка­һында ҺБЭК-тар (Һайлау бюллетендәрен эш­кәр­теү комплексы) урынлаштырыу ҙа ҡаралған. Быға тиклем үткән һайлауҙа бындай ҡорамалдарҙы Красноусол башҡорт гимназия-интернаты бинаһын­дағы, Сәйетбаба, Юлыҡ, Ҡарағай ауылдарында урынлаштырған инек. Был юлы ла, моғайын, уларҙа ҺБЭК ҡуйылыр.
Һайлау кампанияһына килгәндә инде, 20 июндә республика башлығына кандидаттар күрһәтеү башланды. Был эш 9 июлгә тиклем тамамланырға тейеш. Республика етәксеһе вазифаһына кан­дидат­тарҙы республика биләмәһендә тер­­­­кәл­­гән сәйәси партиялар ғына күр­һәтергә хоҡуҡлы. Башҡортостанда 50-нән ашыу фирҡә иҫәпләнә. Шуныһы ла бар: һайлау тура­һындағы законға үҙгә­реш­тәр индере­леү менән бәйле, партиялар тарафынан күр­һәтелгән кешеләргә кандидат итеп теркәлеү өсөн “муниципаль фильтр” аша үтергә тура киләсәк. Йәғни республика президентлығына кандидат итеп теркә­лер өсөн мотлаҡ һәр райондан бер нисә муниципаль ки­мәлдәге (район, ауыл Советынан) депутат ошо кандидатты яҡлап ҡул ҡуйырға тейеш. Кандидат­лыҡ­ҡа дәғүә иткән кешенән республика ҡала-райондарынан барлығы 457 ҡултамға йыйыу талап ителә. Был барьерҙы үтә алмағандар, әлбиттә, теркәлмәй. Бындай алым һайлауҙа тәүге тапҡыр ҡулланыла.
Әле иһә һайлауға әҙерлек эштәре планға ярашлы алып барыла. Участка һайлау комиссиялары рәйестәре, секре­тарҙары, ауыл биләмәһе башлыҡтары, эшкә идара итеүселәр өсөн уҡыуҙар ойоштороу ҡаралған.
Район халҡы быға тиклем һай­лау­ҙарҙа әүҙем ҡатнашып килде, был юлы ла һы­нат­маҫ, тип ышанам. Һәр кем тәғәйен көндә участкаға килеп, үҙе теләгән, яҡын күргән кандидат өсөн тауыш бирһен ине.

Самат ҒӘЛИУЛЛИН яҙып алды.





Вернуться назад