Башҡортостан башлығын ваҡытынан алда һайлауҙа ҡатнашырға туғыҙ партия теләк белдерҙе. Үҙәк һайлау комиссияһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, күптән түгел генә “Рәсәй пенсионерҙары — ғәҙеллек өсөн” партияһының төбәк бүлексәһе “Закон һәм тәртип” йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Ришат Мәғәсүмовтың, ә “Рәсәй халыҡ идаралығы партияһы” Павел Ксенофонтовтың кандидатураһын күрһәтте.
Быға тиклем комиссияға Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов (“Берҙәм Рәсәй”), Илдар Бикбаев (“Рәсәй патриоттары”), Раил Сарбаев (“Граждандар көсө”), Константин Шаһиморатов (“Ғәҙел Рәсәй”), Иван Сухарев (ЛДПР), Юнир Ҡотлоғужин (КПРФ), Рәсих Хәмитов (“Рәсәй коммунистары”) документтарын тапшырғайны.
Теркәлеү өсөн улар, муниципаль советтарҙағы депутаттарҙың 450-нән ашыу ҡултамғаһын йыйып, “муниципаль фильтр”ҙы үтергә тейеш. Кандидаттарҙы күрһәтеү 9 июлгә тиклем дауам итә.