Үргә ынтылыш24.01.2012
"Өфө" халыҡ-ара аэропорты" асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең артабанғы үҫешенә арналған ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Азамат Илембәтов предприятиеның һуңғы йылдарҙа тотороҡло үҫешкә эйә булыуын билдәләне.
Шул уҡ ваҡытта тармаҡтағы конкурентлыҡ артабан камиллашыуҙы, хеҙмәттәр күрһәтеүҙе арттырыуҙы талап итә. Ошоларҙы күҙ уңынан ысҡындырмаған йәмғиәттең пландары ла бихисап: эре транспорт төйөнө ойоштороу, самолеттарҙы, шул иҫәптән сит илдә етештерелгәндәрен дә тулыһынса хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау.
Башҡортостандың "һауа ҡапҡаһы" бөгөн төрлө типтағы самолеттарҙы ҡабул итергә һәләтле. Әлегә 40-тан ашыу Рәсәй һәм сит ил авиакомпанияһы менән хеҙмәттәшлек булдырылған, илдең 30-ҙан ашыу төбәгенә пассажирҙар һәм йөк ташыла.
Предприятие киләсәккә өмөт менән ҡарай. Өфөлә илдә иң ҙурҙарҙан буласаҡ логистик үҙәк төҙөү, аэропорт инфраструктураһын артабан киңәйтеү, пассажирҙар ағымының өс миллионға (әле шуның яртыһынан күберәге хеҙмәтләндерелә) еткереү, яңы халыҡ-ара пассажирҙар һәм йөк терминалы төҙөү, барлыҡ комплекстарҙың ҡеүәтен арттырыу һәм яңыларын төҙөү ошо маҡсатҡа хеҙмәт итә.
2030 йылғаса йәмғиәт 22 миллиард һум шәхси инвестиция йәлеп итергә йыйына. Инвестор билдәле, яҡтар яҡын арала килешеү төҙөргә тейеш.
В. БОРИСОВ.


Вернуться назад