Бер үтенес тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ24.01.2012
Бер үтенес тә иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Рәсәй Прокуратураһының 290 йыллығына арналған тантаналы кисә үтте. Унда республика һәм хоҡуҡ һаҡлау структуралары етәкселәре ҡатнашты. Байрамда ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов тәбрикләне.
Төбәк башлығы ҡануниәтте үтәү йәһәтенән прокурорҙарҙың эшен ыңғай баһаланы.
— Ялған бөлгөнлөккә, рейдерлыҡ баҫып алыуҙарына, хосусилаштырыу тураһындағы законды боҙоуға юл ҡуймау эшмәкәрлегегеҙҙең мөһим йүнәлеше булып тора, — тине республика башлығы. — Бөлгөнлөккә төшкән предприятиелар һаны буйынса Башҡортостан ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында беренсе урындарҙы биләй. Һөҙөмтәлә республикабыҙҙың иҡтисади нигеҙе ҡаҡшай. Бындай мәсьәләләрҙе тиҙҙән махсус кәңәшмәлә ҡараясаҡбыҙ. Прокуратура органдары мәсьәләнең айышына төшөнөргә ярҙам итер, тип уйлайым.
Прокурорҙарҙың ярҙамы менән чиновниктарға законһыҙ бирелгән ер муниципаль милеккә кире ҡайтарылды. Муниципаль предприятиелар, ауыл хужалығы кооперативтары мөлкәтен баҫып алып, милекте бүлеүҙең 14 осрағы ваҡытында асыҡланды һәм уларға юл ҡуйылманы.
Халыҡ менән эшләүгә Президент айырым иғтибар бирҙе. “Граждандарҙың бер үтенесе лә иғтибарһыҙ ҡалырға тейеш түгел. Кешеләр йыш ҡына, ярҙам һәм аңлау табасаҡтарын белеп, һуңғы инстанция булараҡ прокуратураға мөрәжәғәт итә”, — тине төбәк башлығы. Республика Президенты прокуратура тикшереүҙәре һөҙөмтәһендә элегерәк асылған енәйәттәргә бәйле 3 мең эш ҡуҙғатылыуын хәтергә төшөрҙө. “Тимәк, 3 мең кешелә ғәҙеллектең тантана итәсәгенә өмөт уянды”, — тине Рөстәм Зәки улы. Республика ведомствоһы мәғлүмәттәре буйынса 2011 йылда прокурорҙар 70 мең ялыу ҡараған, үткән йылдар менән сағыштырғанда был ике тапҡырға күберәк.
Башҡортостан Президенты тармаҡтың иң яҡшы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев та прокурорҙарҙы һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотланы. Парламент башлығы закон сығарыу буйынса әүҙем эшмәкәрлек өсөн уларға рәхмәт белдерҙе.
Республика Прокуроры Сергей Хуртин хеҙмәттәштәрен ҡотлап, Рәсәйҙең Генераль прокуроры Юрий Чайканың, төп ведомстволағы башҡа етәкселәрҙең тәбрикләү һүҙҙәрен еткерҙе.
О. МОРТАЗИНА.


Вернуться назад