Рәмил Исҡужин — ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры24.01.2012
Рәмил Исҡужин — ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрыБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән Рәмил Исҡужинды республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры итеп тәғәйенләне, тип хәбәр иттеләр Президенттың матбуғат хеҙмәтендә.
Рәмил Кәбир улы Исҡужин 1958 йылдың 5 мартында Бөрйән районында тыуған. 1984 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлай, юридик фәндәр кандидаты.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1975 йылда Бөрйән районының Ырғыҙлы урта мәктәбендә уҡытыусы булып башлай. Совет Армияһы сафында хеҙмәт иткәс, 1980 йылға тиклем мәктәптә эшләй.
Төрлө йылдарҙа БАССР-ҙың Бөрйән районының Ырғыҙлы ауыл Советы рәйесе, Күмертау район-ара прокуроры ярҙамсыһы, Күмертау район Советы рәйесе урынбаҫары, Мәләүез район-ара прокуроры, Өфөнөң Совет районы прокуроры, Башҡортостан Прокуроры урынбаҫары була.
2006 — 2008 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы.
2007 — 2011 йылдарҙа — Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, Конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса комитет рәйесе урынбаҫары.
Рәмил Исҡужин “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы”, “Рәсәй Федерацияһы Прокуратураһының почетлы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемдәргә, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Федерация Советының Почет грамотаһына эйә.
Л. ДӘҮЛИЕВА.


Вернуться назад