Ил Президенты Владимир Путин Рәсәй Федерацияһы илселәренең һәм даими вәкилдәренең кәңәшмәһендә сығыш яһаны. Ултырыш илдең милли мәнфәғәттәрен яҡлау, халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙең нигеҙен нығытыу мәсьәләләренә арналды. Һөйләшеү барышында тышҡы сәйәси бурыстар ҙа билдәләнде.
– Беҙгә дипломатияның Көнсығыш векторын көсәйтергә, Азия-Тымыҡ океан төбәгенең, иң элек Себер менән Алыҫ Көнсығыштың ҡеүәтен илебеҙҙе артабан үҫтереү өсөн әүҙемерәк файҙаланырға кәрәк, — тине Владимир Путин. — Рәсәйҙең ошо төбәктәге сәйәсәте көнсығыш сиктең хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә, тыныслыҡҡа һәм тотороҡлолоҡҡа йүнәлтелергә тейеш. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында Рәсәйҙең рәйеслеге лә, 2015 йылдың йәйендә Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреү ҙә ошоға булышлыҡ итәсәк, әлбиттә.
“Күршеләр менән дуҫтарса бәйләнештәрҙе нығытыу, үҙ-ара файҙалы иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереү — Рәсәйҙең тышҡы сәйәсәтендә оҙайлы киләсәккә иҫәпләнгән төп стратегик йүнәлеш”, — тип билдәләнде осрашыуҙа. Евразиялағы интеграция процесының төп көстәре — Рәсәй, Белоруссия менән Ҡаҙағстан.