Газ Америкаға түгел, ә Европаға кәрәк01.07.2014
Илебеҙ Президенты Владимир Путиндың Австрияға эш сәфәре, Грузия, Молдова һәм Украинаның Европа союзы ассоциацияһы менән килешеү төҙөүе иғтибар үҙәгендә булды.



“Көньяҡ ағым”ды төҙөү дауам итерме?

Владимир Путиндың Австрияға эш сәфәрен Европа илдәрендә бик һаҡ ҡабул иттеләр: уларҙың күбеһе Украиналағы боларыштарҙа Рәсәйҙе ғәйеп­ләй. ЕС илдәре министрҙарының Люксембург ҡа­лаһындағы осрашыуында Швециянан Карл Бильд: “Көньяҡ ағым” (Рәсәйҙән Европа илдәренә табан һуҙыласаҡ газ үткәргес) – бик мөһим проект. Әммә уның менән Австрия түгел, ә ЕС шөғөл­ләнергә тейеш. Путиндың Европанан нимә өмөт иткәнен бик яҡшы беләбеҙ”, – тигәйне. Был һүҙҙәрҙе коллегалары ла хупланы. Йәнәһе, “Көньяҡ ағым” проекты Рәсәйгә нығыраҡ кәрәккәс, Путин Европаға үҙе килеп еткән. Был дөрөҫлөккә һис тә тап килмәй. Газ яғыулығы европаларҙың үҙҙәренә нығыраҡ кәрәк. Унан килеп, яғыулыҡ мәсьәләһендә Евро­паға ҙур конкурент – Ҡытай – барлыҡҡа килде. Мәғлүм булыуынса, күптән түгел Рәсәй уның менән газ һатыу буйынса 30 йылға иҫәпләнгән килешеү төҙөнө. Һөҙөмтәлә дәүләт ҡаҙнаһын башлыса нефть һәм газ һатыу ярҙамында тулыландырған илебеҙ өсөн бер ҡурҡыныс кәмене. Тимәк, Европа беҙҙең яғыулыҡтан баш тартҡан осраҡта ла, уға ихтыяж ҙур.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй газына бәйле мәсьәләлә ЕС илдәренең барыһы ла берҙәй фекерҙә түгел: АҠШ йырын йырламағандар ҙа бар. Мәҫәлән, Австрия “Көньяҡ ағым” проектын тиҙерәк тормошҡа ашырыу яғында, сөнки беҙҙең “зәңгәр яғыулыҡ”ҡа ғына ҡарап торалар (былтыр уны 5,23 миллиард кубометр һатып алғандар). Шуға ла Австрияның газ компанияһы етәксеһе Рехард Ройс “Газпром” етәксеһе Алексей Миллер менән осрашыуында оҙайлы килешеү төҙөүгә ризалығын белдерҙе. Тик бының өсөн “Көньяҡ ағым” проектын тиҙерәк тормошҡа ашырырға кәрәк.
“Көньяҡ ағым” һәм “Төньяҡ ағым”дың барлыҡҡа килеүенә лә Украина сәбәпсе. Виктор Ющенко президент саҡта был ил Рәсәйҙән Европа илдәренә табан һуҙылған газ үткәргестәрҙән яғыулыҡ урлай башлағайны. Транзит торбалар өсөн илебеҙҙән ҡайырып аҡса ла һурмаҡсы инеләр. Шуға ла Рәсәй етәкселеге Европа илдәренә Украина биләмәһен урап уҙған ике газ үткәргес булдырҙы. “Төньяҡ ағым” тип аталғаны Балтик диңгеҙенең төбө аша Германияға табан һуҙылды. Проекттың тәүге өлөшө – 2011, икенсеһе 2012 йылда файҙаланыуға тапшырылды. “Көньяҡ ағым” иһә Болгария, Словения, Сербия, Венгрия, Хорватия, Италия һәм Австрия биләмәләре аша үтергә тейеш. Украиналағы хәлдәргә бәйле Рәсәйгә үс итеп, АҠШ-тың ҡыҫы­мына ҡаршы тора алмайынса, Болгария үҙендә газ үткәргес һуҙыу эшен туҡтатып ҡуйғайны. Тик “зәңгәр яғыулыҡ” Америкаға түгел, ә ЕС илдәренә кәрәк. Ошоно күҙ уңында тотҡанда, “Көньяҡ ағым” барыбер ғәмәлгә ашырылыр тип көтөлә.
Унан килеп, был тәңгәлдә Австрияны Италия ла яҡлай. Ә ул иҡтисади үҫеш буйынса Германия менән Франциянан ҡала Европала өсөнсө урынды биләй. Италияның премьер-министры Маттео Рен­зи “Көньяҡ ағым” төҙөлөшө буйынса Австрияның союздашы булырға әҙерлеген белдерҙе. “Хорватия, Венгрия, Сербия етәкселеге менән берлектә проектты тергеҙеү йәһәтенән Болгарияға мөрәжәғәт әҙерләргә кәрәк”, – тигән ул.

Элекке союздаштар ЕС-ҡа тартыла

27 июндә Брюссель ҡалаһында Грузия, Молдова һәм Украина ЕС ассоциацияһы менән килешеү төҙөнө. Документҡа Европа союзы һәм Еврокомиссия президенттары Херман ван Ромпей, Жозе Мануэль Баррозу ҡул ҡуйҙы. Грузияның премьер-министры Ираклий Гарибашвили ул көндө үҙ төйәге өсөн тарихи дата тип билдәләне. Был ил һуңғы йылдарҙа Европаға ныҡлы тартыла башлағайны. НАТО менән дә тығыҙ хеҙмәттәшлек итте. Хәҙер килеп, Грузия ЕС ярҙамында Көньяҡ Осетия менән Абхазияны кире ҡайтарып алмаҡсы.
Молдова ла күптән Европаға тартылып йәшәне. Румыния хатта уны үҙ составына алырға теләк тә белдереп ҡуйғайны. Хәҙер инде Днестр буйы республикаһын ЕС ярҙамы менән “йоторға” тырышасаҡтар. Ләкин Рәсәй быға юл ҡуймаҫтыр.
Украина яғынан алда әйтелгән килешеүгә Петр Порошенко ҡул ҡуйҙы. Билдәле булыуынса, былтыр ноябрҙә Виктор Януковичтың ошо документҡа имза һалыуҙан баш тартҡаны өсөн Украинала ыҙғыш башланғайны. Килешеүҙең был илдең иҡтисадына кире йоғонто яһауы ихтимал.
Украинаның ЕС ассоциацияһы менән килешеү төҙөүенә яуап итеп, Рәсәй был илдең тауарҙарына пошлина хаҡын арттырыу хаҡында һүҙ алып бара. Кире осраҡта илебеҙ иҡтисадының зыян күреүе ихтимал.
Петр Порошенко әлеге килешеүҙе Европа союзына ағза булып инеүгә бер аҙым тип баһаланы. Ысынлап та, Украина, Молдова һәм Грузия ки­лә­сәктә ЕС ағзаһы булыуға инергә иҫәп тота. Брюсселдә сағында Петр Порошенко Германия канц­леры Ангела Меркель, Франция президенты Франсуа Олланд һәм Финляндия етәкселеге менән осрашырға өлгөрҙө. Улары Украина етәксеһен ки­лешеү төҙөү айҡанлы ҡотланы, илдә тәртип урынлаштырыу мөһимлеген билдәләне. Ләкин Донбасс һәм Луганск өлкәләрендә тыныслыҡты тиҙ арала булдырыу мөмкин түгелдер. Порошенко был тө­бәк­тәр халҡын көс ҡулланып ҡына еңеп булмаҫын рәсми рәүештә таныны. Хәҙер уға тәртип урын­лаштырыуҙың төрлө юлын эҙләргә ҡала. Был йәһәт­тән Порошенкоға Рәсәйҙең ярҙамы кәрәк буласаҡ.




Вернуться назад