Һайлау заманса үтә01.07.2014
Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидаттар өсөн тауыш биргәндә һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары ҡулланыласаҡ.


Комиссия ҡарарына ярашлы, бөтәһе 178 комплекс ғәмәлгә индерелә. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау уҙғарылған Красный Холм округында һәм Межгорье ябыҡ административ-территориаль берәмегендә генә бындай ҡулайлама файҙаланылмаясаҡ. Әйткәндәй, бюллетендәрҙе эшкәртеү комплексы ҡуйылған участкаларҙа һайлаусылар һаны 500-ҙән кәм булмаҫҡа тейеш.
Быйылдан башлап бөтә һайлау участкалары үтә күренеүсән стационар һәм күсмә йәшниктәр менән йыһазландырылырға тейеш. Иҫке ағас йәшниктәрҙе ҡулланыу ҡануниәткә ҡаршы килә.



Вернуться назад