“Дөрөҫ юлға баҫтыҡ”01.07.2014
“Асыҡ республика” сайтындағы “Электрон ҡабул итеү бүлмәһе” киҫәге аша быйыл 8 меңдән ашыу кешенең мөрәжәғәте алынған. “Асыҡ Хөкүмәт” мәсьәләләре буйынса Рәсәй министры Михаил Абызов менән осрашыуҙан һуң үткән фекер алышыуҙа Башҡортостан етәксеһе Рөстәм Хәмитов ошо турала белдерҙе.


Былтыр ошо уҡ элемтә каналы аша 10 мең самаһы мөрәжәғәт килгән.
– Кешеләр 100-ҙән ашыу ойошмаға, бөтә министрлыҡтарға, ведомстволарға туранан-тура мөрәжәғәт итеү мөмкинлегенә эйә булды, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙ дөрөҫ юлға баҫтыҡ. Тиҙҙән Хөкүмәтебеҙҙең, властың асыҡлығы тағы ла артыр, тип ышанам.
Башҡортостанда асыҡ йәмғиәт булдырыу башланғысын Рөстәм Хәмитов ике йыл элек иғлан иткәйне. Шул осорҙан республикала власть менән йәмғиәттең интерактив элемтә каналдары әүҙем асыла башланы.
– Кешеләргә яҡын, асыҡ власть ҡына уңышлы эшләй ала, – тине Рөстәм Хәмитов. – Һуңғы ваҡытта ошондай коммуника­цияларҙы ғәмәлгә индереү, мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу өсөн байтаҡ эш башҡарылды. Халыҡ властың ниндәй мәсьәләләрҙе хәл итеүен, булған ресурстарҙы һәм уларҙың ҡайҙа йүнәл­те­леүен белергә, аңларға тейеш.




Вернуться назад