Тәҡдимдәр кәрәк28.06.2014
Башҡортостандың Иглин, Ҡалтасы райондарындағы, Межгорье ҡала округындағы, Өфө ҡалаһының Октябрь һәм
Совет райондарындағы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған территориаль һайлау комиссиялары ағзаларының вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылыуға бәйле, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 29-сы статьяһындағы 6-сы пунктҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы хәл иткес тауыш хоҡуғына эйә булған комиссияның яңы ағзаларын тәғәйенләү өсөн кандидатуралар буйынса тәҡдимдәр ҡабул итеү хаҡында белдерә.
Документтар ошо белдереү баҫылып сыҡҡандан алып биш көн эсендә түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: 450008, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 46, иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем (эш көндәрендә).
Өҫтәмә мәғлүмәт өсөн телефон: 250-66-22.


Вернуться назад