Бөрйән район Советы Рөстәм Шәриповты контракт буйынса район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләргә ҡарар итте. Әлегә тиклем ул башлыҡтың беренсе урынбаҫары булып эшләне.
Рөстәм Динислам улы Шәрипов 1982 йылда Бөрйән районының Яңы Мөсәт ауылында тыуған. Юғары белемле – БДУ-ның Сибай институтын һәм Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.