Йүнселдәр өсөн шарттар яҡшыра28.06.2014
“Асыҡ хөкүмәт” эшмәкәрлеген координациялау буйынса федераль Хөкүмәт комиссияһының ғәмәлдәре өсөн яуаплы Рәсәй министры Михаил Абызов Башҡортостанға сәфәре барышында төбәктәге эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәре менән осрашты. Йүнселдәр өсөн эш шарттары, уларҙың дәүләт идараһы системаһы менән үҙ-ара эш итеүендәге өҫтөнлөктәрҙе асыҡлау тураһында фекер алышыу Республика йортонда уҙғарылған сараның төп бурысы булды.


Һөйләшеүҙә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары Дмитрий Шаронов менән Евгений Маврин, Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғы буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин, респуб­ликалағы Эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, “Рәсәй таянысы”, “Эшлекле Рәсәй”, Бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын микрофинанслау үҙәге, Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам фонды, ҡайһы бер башҡа ойошмалар, берекмәләр вәкилдәре ҡатнашты.
Атап әйткәндә, һүҙ тәбиғи монополияларҙың йүнселлекте үҫтереүгә булышлыҡ итеү мөмкинлеге хаҡында барҙы. Шулай уҡ эшҡыуарҙарға хужаһыҙ, файҙаланылмаған мөлкәтте тапшырыуҙағы ҡыйынлыҡтар телгә алынды. Рафаил Ғибәҙуллин фекеренсә, бөгөнгө эш механизмы күп ваҡыт һәм ресурстар талап итә, йүнселдәр өсөн дә бик ҡатмарлы, муниципаль власты ла ҡыҙыҡһындыра алмай.
– Эшҡыуарлыҡҡа – 27 йыл, ә хужаһыҙ мөлкәт мәсьәләһе әлегә тиклем хәл ителмәгән, – тине ул. – Был объекттар хәҙер ҙә тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай.
Михаил Абызов, тиҙҙән ошондай мөлкәтте хужалыҡ әйләнешенә йәлеп итеү мөмкинлеген биргән яңы закон ҡабул ителәсәк, тип белдерҙе.
Ошо уҡ көндә ул Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов менән осрашты. Унда власть органдары менән граждандар йәмғиәте араһындағы үҙ-ара бәйләнешкә ҡағылған мәсьәләләр ҡаралды.




Вернуться назад