Игорь Левитин менән осрашыу28.06.2014
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Игорь Левитин менән осрашты.


Сарала Башҡортостанда авиация һәм юл төҙөлөшө өлкәһендәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
– Беҙҙә артабан ошо йүнәлештәге үҫеш идеяһы бар. Авиация техникаһы етештереү тураһында һүҙ алып барырға теләйбеҙ. Башҡортостанда моторҙар һәм вертолеттар эшләгән ике ҙур завод бар. Улар ҙа яңы проекттарҙа ҡатнашырға теләр ине, – тине Рөстәм Хәмитов.
Уның әйтеүенсә, Ка-27, Ка-32, Ка-226 вертолеттарынан тыш, бәләкәй һәм кескәй вертолеттарға ла ҙур ихтыяж булыуы ихтимал. Шулай уҡ аэродромдар селтәре хаҡында ла уйлау фарыз. Республикала совет осоронда ул ярайһы уҡ киң булған. Ан-2 самолеттары бөтә Башҡортостан буйынса осош яһаған.




Вернуться назад