Үҙәк комиссияла эш ҡыҙа27.06.2014
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы 2014 йылдың 14 сентябрендәге Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса республикалағы һайлау комиссияларының бурыстарына арналған семинар-кәңәшмә уҙғарҙы.


Үҙенең сығышында Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һайлау ҡануниәтендәге яңылыҡтар тураһында һөйләне. Ул Башҡортостан Республикаһы Президентын, 43-сө Красный Холм һайлау округы буйынса бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын, муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарына һайлау бурыстарына аныҡлыҡ индерҙе. Комиссия рәйесе әйтеүенсә, республикалағы граждандарҙың һайлауҙа ҡатнашыуға конституцион хоҡуғын тормошҡа ашырыу гарантияларын тәьмин итеүгә, ҡануниәттең, башҡа норматив акттарҙың талабын тайпылышһыҙ үтәүгә, һайлаусылар менән эшләүгә, территориаль комиссияларҙың ЗАГС органдары, Федераль миграция хеҙмәте, хәрби комиссариаттар, уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлегенә, һайлауҙы мәғлүмәти тәьмин итеүгә айырым иғтибар бирелергә тейеш.
Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Алтынова һайлауҙы финанс тәьмин итеү тәртибе хаҡында сығыш яһаны. Ул финанс дисциплинаһын үтәүгә, һайлау комиссияларының ошо өлкәләге контроль эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыуға иғтибарҙы йүнәлтте.
Семинар-кәңәшмәгә йомғаҡ яһап, Хәйҙәр Вәлиев Башҡортостандағы һайлау комиссиялары системаһының сараны уңышлы үткәреү өсөн ыңғай шарттарға эйә булыуын, тик комиссия ағзаларының уларҙы дөрөҫ файҙаланырға тейешлеген билдәләне.




Вернуться назад