Уртаҡлыҡтар күп27.06.2014
Республика йортонда Рөстәм Хәмитов Ирландияның Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Оун О’Лири менән осрашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.


Рөстәм Хәмитов билдәле ғалим Шамил Ганцев ҡатнашлығында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге берлектәге ҙур проектты тормошҡа ашырыу ниәте хаҡында хәбәрҙар булыуын белдерҙе.
– Онкология сирҙәрен дауалау мәсьәләләре бик күп илдәрҙә киҫкен тора. Ул беҙҙең республика өсөн дә мөһим. Һөнәри үҫеш өсөн тәжрибә алмашыу программаһын хуплайбыҙ. Ирландия ғалимдарының республикабыҙҙағы Фәндәр академияһы менән берлектә органик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү проектын әҙерләүе хаҡында беләм. Беҙҙең өсөн дә был әһәмиәтле. Башҡортостанда ауыл хужалығы ҡеүәтле. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү буйынса ошондай эш беҙҙә лә үткәрелһен ине, – тине республика етәксеһе.
Ул Ирландия илсеһен республикалағы төп иҡтисади күрһәткестәр менән таныштырҙы, төбәктең иҡтисади ҡеүәте, сит илдәр менән сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәр, киләһе йыл Өфөлә уҙғарыласаҡ ШОС, БРИКС саммиттары тураһында һөйләне.
Осрашыу аҙағында журналистар менән әңгәмәлә Ирландия илсеһе ауыл хужалығы өлкәһендә хеҙмәттәшлекте үҫтереү уңышлы буласағына ышаныс белдерҙе. Уның билдәләүенсә, тағы ла бер йүнәлеш – биологик ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү. Мәҙәниәт өлкәһендә лә ҡыҙыҡлы һәм һөҙөмтәле эш итергә мөмкин.




Вернуться назад