24 – 28 июндә ШОС һәм БРИКС илдәренән киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн матбуғат туры ойошторола.
Программала Өфө буйлап экскурсия, музейҙарға барыу, сәнәғәт предприятиелары менән танышыу ҡарала, Башҡортостан райондарына сәфәр планлаштырыла. Ҡунаҡтар Уҫманғәле мәсетенә, Ар ташына, Әбйәлил районына, Яҡтыкүлгә барасаҡ, Темәс мәҙәни үҙәгендә ҡымыҙ һәм кейеҙ эшләү серҙәрен өйрәнәсәк, башҡорт милли аштарын тәмләйәсәк. Шулай уҡ Шүлгәнташ мәмерйәһенә, ҡурсаулығына мауыҡтырғыс сәйәхәт ойошторола. Һуңынан сит ил журналистары республика етәксеһе Рөстәм Хәмитов менән осрашасаҡ.