Мәғлүмәтте гәзиттән эҙләгеҙ25.06.2014
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһында йәнә көсөргәнешле эш башланды. Комиссия рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һәм уның урынбаҫарҙары көн дә тиерлек төрлө партия вәкилдәре менән осрашып тора. Был юлы Үҙәк һайлау комиссияһы етәкселеге матбуғат баҫмаларының баш мөхәррирҙәре менән эшлекле фекер алышыуға йыйылды. Сарала Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов та ҡатнашты.


– 2014 йылдың 14 сентябрендә – Берҙәм тауыш биреү көнөндә – Башҡортостан Республикаһы Президентын алдан һайлау, шулай уҡ 43-сө Красный Холм һайлау округы буйынса бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын, 18 муниципаль районда урындағы үҙидараның вәкәләтле органдары депутаттарын өҫтәмә, ә Межгорье ябыҡ административ территориаль берәмеге Советына төп һайлау үтәсәк, – тине Хәйҙәр Арыҫлан улы. – Һайлау ҡануниәтенең үҙгәреүе сәбәпле, һәр этапта һайлаусыларҙы яңылыҡтар көтә. Атап әйткәндә, Башҡортостан Республикаһы Президентын һайлауҙың заманса механизмы тәүге тапҡыр һыналасаҡ. Президент вазифаһына кандидаттарҙы федераль закон нигеҙендә һайлауҙарҙа ҡатнашыу хоҡуғына сәйәси партиялар ғына тәҡдим итә ала.
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Наилә Алтынова һайлау мәлендә гәзит мәҡәләләренең, агитация баҫмаларының үҙенсәлеге тураһында һөйләне. Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов иһә һайлау мәлендә мөмкин тиклем иғтибарлыраҡ булырға, ошо мөһим осорҙо ҙур яуаплылыҡ менән үткәрергә саҡырҙы.




Вернуться назад