Ижевскиҙа тәжрибә уртаҡлаштылар25.06.2014
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Волга буйы федераль округы субъекттарындағы дәүләт власының закондар сығарыу органдары ассоциацияһының Ижевскиҙа үткән ХХIХ ултырышында ҡатнашты.


Кәңәшмәлә төбәктә йәштәр сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде, ҡунаҡтар Удмурт Республикаһында мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларында балаларҙы урын менән тәьмин итеүгә бәйле эш тәжрибәһе менән танышты. Фекер алышыу барышында закон сығарыусылар йәштәр сәйәсәте тураһында федераль закон ҡабул итеүҙең зарурлығын билдәләне. Әле ҡайһы бер төбәктәрҙә генә ошондай закондар ғәмәлгә индерелгән. Федераль законды әҙерләү бурысы Һамар өлкәһенең закондар сығарыу йыйылышына йөкмәтелде.




Вернуться назад