Республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Һамарҙа Волга буйы федераль округы субъекттары һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһындағы Янцзы йылғаһының юғары, урта ағымы төбәктәре етәкселәренең өсөнсө ултырышында сығыш яһаны.
“Түңәрәк өҫтәл” Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич һәм Ҡытай Дәүләт Советы ағзаһы Ян Цзечи рәйеслегендә үтте.
Михаил Бабич үҙенең сығышында билдәләүенсә, әле округта һәм Янцзы йылғаһының үрге, урта ағымындағы төбәктәрҙә тормошҡа ашырыу өсөн берлектәге 73 инвестиция проекты тикшерелә.
– Төбәктәребеҙҙе Ҡытай Халыҡ Республикаһының алты провинцияһы менән ике яҡлы килешеүҙәр бәйләй. Уларҙың барыһы ла аныҡ йүнәлешле. Округтағы төбәктәрҙең етәкселәре уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырыу яҡлы, – тине Михаил Бабич.