Һайлауҙа төп көс – партиялар21.06.2014
Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев республикала теркәлгән сәйәси фирҡәләрҙең етәкселәре менән осрашты.


Республикала йәмғеһе 56 партия теркәлгән, тик төбәктә үтәсәк мөһим һайлау алдынан сараға әҙерлек һәм фирҡәләргә ҡуйылған талаптарға танышырға ни бары 18-енән генә килделәр. Хәйҙәр Арыҫлан улы партия етәкселәрен 14 сентябрҙә үтәсәк һайлау үҙенсәлектәре менән таныштырҙы.
– Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидат республиканың кәмендә 48 муниципаль районындағы һәм ҡала округындағы вәкиллекле органдар депутаттары тарафынан хупланырға тейеш. Был һайлауҙың үҙенсәлеге шунда: президент вазифаһына кандидатты тик сәйәси фирҡәләр генә тәҡдим итә ала. Шуға ла ҡайһы бер партияларҙың әүҙемлек күрһәтмәүе аңлашылмай, – тине ул.
Комиссия Башҡортостан Президенты вазифаһына кандидатты күрһәтеүҙе хуплап, муниципаль берәмектәрҙең вәкиллекле органдарынан 457 депутаттың ҡултамғаһы йыйылырға тейешлеген билдәләне. Шулай уҡ республика муниципаль райондар һәм ҡала округтарының вәкиллекле органдарындағы 57 депутаттың ҡултамғаһы булырға тейеш.
Сәйәси партиялар етәкселәре үҙҙәре ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды. Уларҙы ҡыҙыу эш осоро көтә.




Вернуться назад