Арзанға ҡыҙыҡһаң...20.06.2014
Өфөнөң Совет районы прокуратураһы 24 йәшлек Нонна Багдасароваға ҡарата асылған енәйәт эше буйынса хөкөм сығарҙы.


Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, был ханым, үҙен риэлтор итеп танытып, 2012 йылдың сентябренән 2013 йылдың майына ҡәҙәр граждандарға арзан хаҡҡа фатир алырға тәҡдим итеп йөрөгән. Йәнәһе, ул йорттарға суд приставтары хеҙмәте тарафынан арест һалынған йәки “Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү” программаһына индерелгән.
Граждандарҙы ныҡлы ышандырыу маҡсатында Багдасарова республиканың юғары органдарында таныштары күплеге хаҡында белдергән, клиенттарына ялған документтар һәм торлаҡ асҡыстары биргән. Шулай итеп, ул дүрт кешенән 2,3 миллион һумдан ашыу аҡса сәлдергән.
Багдасарова ғәйебен тулыһынса таныны, килтергән зыяндың 2,1 миллион һум тирәһен ҡапланы. Енәйәт эше судҡа ебәрелде.

Д. ХАФИЗОВА,
Совет районы прокурорының өлкән ярҙамсыһы.





Вернуться назад