2014 йыл, 15 июнь № 70/3-5
Өфө
43-сө Красный Холм һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау буйынса округ һайлау комиссияһы вәкәләттәрен Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы муниципаль районындағы территориаль һайлау комиссияһына йөкмәтеү тураһында
“Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 23-сө статьяһындағы 10-сы пунктҡа, 25-се статьяһындағы 1-се пунктҡа, Һайлау тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексының 20-се статьяһындағы 9-сы өлөшкә, 24-се статьяһындағы 1-се өлөшкә ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. 43-сө Красный Холм һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлау буйынса округ һайлау комиссияһы вәкәләттәрен Башҡортостан Республикаһының Ҡалтасы районы муниципаль районындағы территориаль һайлау комиссияһына йөкмәтергә.
2. Ошо ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң”, “Калтасинская заря” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
3. Ошо ҡарарҙың үтәлешенә контролде Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. Долматоваға йөкмәтергә.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау
комиссияһы рәйесе Х.А. ВӘЛИЕВ.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау
комиссияһы секретары М.Б. ДОЛМАТОВА.