2014 йыл, 15 июнь № 70/1-5
Өфө
43-сө Красный Холм һайлау округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙы тәғәйенләү тураһында
“Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 10, 23, 71-се статьяларына, Һайлау тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексының 10, 20, 88-се статьяларына ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 2014 йылдың 29 майындағы “Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Йәнекәев Зөфәр Ирғәле улының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында”ғы 507-се ҡарары нигеҙендә Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. 43-сө Красный Холм округы буйынса Башҡортостан Республикаһының бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙы 2014 йылдың 14 сентябренә тәғәйенләргә.
2. Ошо ҡарарҙы 2014 йылдың 19 июнендә “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң”, “Калтасинская заря” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
3. Ошо ҡарарҙың үтәлешенә контролде Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А. Вәлиевкә йөкмәтергә.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау
комиссияһы рәйесе Х.А. ВӘЛИЕВ.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау
комиссияһы секретары М.Б. ДОЛМАТОВА.