Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарары19.06.2014
2014 йыл, 18 июнь № 71/2-5

Өфө

2014 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президентын ваҡытынан алда һайлауҙы үткәргәндә берҙәм һайлау округын билдәләү тураһында


Һайлау тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексының 95.1-се статьяһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарар итә:
1. 2014 йылдың 14 сентябрендә Башҡортостан Республикаһы Президентын ваҡытынан алда һайлауҙы үткәргәндә Башҡортостан Республикаһының бөтә территорияһын үҙ эсенә алған берҙәм һайлау округын билдәләргә.
2. Ошо ҡарарҙы “Республика Башкортостан”, “Башҡортостан”, “Кызыл таң” гәзиттәрендә баҫтырып сығарырға.
3. Ошо ҡарарҙың үтәлешенә контролде Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Х.А. Вәлиевкә йөкмәтергә.

Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе
Х.А. ВӘЛИЕВ.
Башҡортостан Республикаһының Үҙәк һайлау комиссияһы секретары М.Б. ДОЛМАТОВА.



Вернуться назад