Тауыш биреүгә әҙерлек башланды19.06.2014
Тауыш биреүгә әҙерлек башланды
Кисә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ултырышында депутаттар 2014 йылдың 14 сентябрендә республика Президентын ваҡытынан алда һайлауҙы билдәләү тураһындағы ҡарарҙы хупланы. Шулай итеп, төбәк башлығын ваҡытынан алда һайлау кампанияһына рәсми башланғыс бирелде. Ҡарар матбуғатта баҫылып сыҡҡандан һуң кандидаттар тәҡдим итеү башлана.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: һайлауҙа ҡатнашыу һәм республика башлығы вазифаһы өсөн көс һынашыу теләге хаҡында Рөстәм Хәмитов рәсми рәүештә хәбәр иткәйне инде. Бындай ҡарарҙы Рөстәм Зәки улы, үҙе әйтеүенсә, һәр кандидатҡа хас булырға тейешле өс йүнәлештән сығып ҡабул иткән: халыҡҡа, Рәсәй Президентына ярҙам итеү һәм дәғүә итеүсенең үҙенең халыҡ именлеге мәнфәғәтендә эшләргә теләге.
Хәбәр итеүебеҙсә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе 10 июндә артабан республика башлығы вазифаһына тәҡдим итер өсөн кандидаттар араһында алдан һайлау үткәрҙе. Һөҙөмтәлә өс кандидат билдәләнде: Башҡортостан Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин һәм Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙилов. Тауыштар түбәндәгесә булды: Рөстәм Хәмитов – 129, Рафаэль Мәрҙәншин – 41, Булат Йомаҙилов 39 тауыш алды.
“Берҙәм Рәсәй”ҙән һуңғы сиктә кемдең кандидатураһы тәҡдим ителере төбәк бүлексәһе конференцияһында 21 июндә билдәле буласаҡ.
КПРФ-тың Башҡортостан төбәк бүлексәһенән кандидаттар 18 июндә бюро ултырышында тәҡдим ителде. Коммунистарҙан аҙаҡҡы кандидатура 22 июндәге конференцияла билдәләнәсәк, тип хәбәр иттеләр КПРФ-тың Башҡортостан төбәк бүлексәһенән.
ЛДПР-ҙың республика бүлексәһе иһә төбәк башлығын ваҡытынан алда һайлауҙа ҡатнашыу-ҡатнашмауы тураһында әлегә мәғлүмәт бирмәгән.



Вернуться назад