Башҡортостанда быйыл 4 мартта үтәсәк муниципаль һайлауға кандидаттарҙы теркәү тамамланды. Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһынан алынған мәғлүмәткә ярашлы, ҡала һәм райондарҙа депутат мандатына 1920 кеше дәғүә итә.
Кандидаттарҙың 697-һе әлеге һынауҙа үҙ ихтыяры буйынса ҡатнашһа, ҡалғандары сәйәси партиялар тарафынан тәҡдим ителгән: «Берҙәм Рәсәй»ҙән – 728, Коммунистар партияһынан – 193, «Ғәҙел Рәсәй»ҙән – 172, Либераль-демократик партиянан — 130 кеше. Уларҙың 721-е депутат булып үтергә тейеш.
Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Сибай, Күмертау, Нефтекама, Ағиҙел, Октябрьский ҡала округтарында урындағы үҙидараның вәкәләтле органына – ҡала Советына – һайлау буласаҡ. Дөйөм алғанда, 192 мандатты бүлешәсәктәр. Межгорье ҡалаһында бер һайлау округы буйынса ҡала Советы депутатын өҫтәмә һайлау ойошторола. Туғыҙ ҡала биләмәһендә – 165, 30 ауыл биләмәһендә 294 һайлау округы буйынса тауыш биреү үткәрелә. Ауыл биләмәһе Советы депутаттарын өҫтәмә һайлау – 60, ҡабаттан һайлау ете округта уҙасаҡ.
Республика етәкселеге был осорҙа халыҡтың етди сәйәси әүҙемлегенә һәм айыҡ ҡарашына иҫәп тота. Өфө ҡала Советының хакимиәт башлығын һайлауға бәйле ултырышында Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов яҙғы һынауға ҙур әһәмиәт бирергә кәрәклеген билдәләгәйне. «Баш ҡала Советы депутаты булырға дәғүә итеүселәр өсөн тауыш биргәндә берҙәм команда туплау маҡсатын күҙ уңында тоторға тейешбеҙ, – тине ул. – Өфөнө тап киләһе һайлау аша үткән кешеләр менән бергә Рәсәйҙең иң яҡшы ҡалаһы итергә тырышасаҡбыҙ».
Ошоға оҡшаш фекерҙе сәйәсәт фәндәре докторы Рөстәм Латипов та белдерҙе. Уның әйтеүенсә, Рәсәй Президентын һайлау мәсьәләһе депутатлыҡҡа кандидаттар өсөн тауыш биреү бурысының мөһимлеген кәметергә, биләмә һәм уның халҡы мәнфәғәттәрен ситтә ҡалдырырға тейеш түгел.
Һис шикһеҙ, урындағы власть үҙ вәкәләттәренә ярашлы юғарыраҡ кимәлдәге етәкселектең маҡсаттарын тормошҡа ашырыуға ҙур өлөш индерә. Халыҡҡа иң яҡын торған идара органдарының береһе булғанға күрә, ҡала һәм район Советтары ла йәмәғәтселеккә яҡшы таныш, тәрән фекерле, абруйлы депутаттарҙан тупланырға тейеш. Был хәҙер айырыуса мөһим, сөнки, Башҡортостан Президенты әйтеүенсә, республикала финанс вәкәләттәрен муниципалитеттарға тапшырыу буйынса эш дауам итәсәк. Бынан ары ниндәй йүнәлеште үҫтерергә, күпме аҡса тотонорға икәнлеген урындағы власть хәл итергә тейеш.
Даян МӘЖИТОВ