Башҡортостан Республикаһы Президентын ваҡытынан алда һайлауҙы тәғәйенләү тураһында
Рәсәй Федерацияһы Президентының 2014 йылдың 30 майындағы “Башҡортостан Республикаһы Президентының вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында”ғы 378-се Указына бәйле, Башҡортостан Республикаһы Конституцияһының 71-се статьяһындағы беренсе өлөштөң 15-се пунктына, “Рәсәй Федерацияһы субъекттары дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) һәм башҡарма органдарын ойоштороуҙың дөйөм принциптары тураһында”ғы Федераль закондың 5-се статьяһындағы 3-сө пункттың “в” ярҙамсы пунктына, “Рәсәй Федерацияһы граждандарының һайлау хоҡуҡтарының һәм референдумда ҡатнашыуға хоҡуғының төп гарантиялары тураһында”ғы Федераль закондың 10-сы статьяһындағы 7-се пунктҡа, Һайлау тураһындағы Башҡортостан Республикаһы кодексының 952-се статьяһына ярашлы, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарар итә:
1. Башҡортостан Республикаһы Президентын ваҡытынан алда һайлауҙы 2014 йылдың 14 сентябренә тәғәйенләргә.
2. Ошо ҡарар рәсми баҫылып сыҡҡан көндән көсөнә инә.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе К. ТОЛКАЧЕВ.
Өфө, 2014 йыл, 18 июнь.
ГС-538.