Былтыр августа Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, “Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы” коммерцияға ҡарамаған автономлы ойошмаһы булдырылғайны. Яңыраҡ Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса советтың ошо ойошма менән берлектәге ултырышы булды. Унда Президент Рөстәм Хәмитов, агентлыҡтың генераль директоры Андрей Никитин, совет ағзалары ҡатнашты.
— Бөгөндән башлап әүҙем эш башлаясаҡбыҙ. Инвестиция мөхитен яҡшыртыу буйынса хәлде беҙҙә генә түгел, илдә лә үҙгәртеү талап ителә, — тине Рөстәм Зәки улы. — Был хаҡта күп һөйләйбеҙ, әммә теләгән һөҙөмтәгә һаман өлгәшеп булмай. Ауырлыҡтарға һылтанып ултырырға ярамай. Советтың эшмәкәрлеге даими буласаҡ, иң ҡырҡыу проблемаларҙы ҡараясаҡбыҙ, кәңәшләшәсәкбеҙ.
Декабрь баштарында Мәскәүҙә Башҡортостан Хөкүмәте, Яңы проекттарҙы үҫтереү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы һәм “Эшлекле Рәсәй” Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы араһында хеҙмәттәшлек тураһында өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйылғайны. Был документ төбәктә уңайлы инвестиция мөхите булдырыу һәм уны ғәмәлгә индереү буйынса яҡтарҙың үҙ-ара эш итеүен күҙ уңында тота. Килешеү бер йылға иҫәпләнгән, әммә эш уңышлы барған осраҡта уны артабан да оҙайтыу мөмкинлеге бар.
Андрей Никитиндың әйтеүенсә, был — агентлыҡ эш алып барған йүнәлештәрҙең береһе генә. Бынан тыш, улар административ кәртәләрҙе бөтөрөү, үҫешкә ҡаршылыҡ тыуҙырыусыларға ҡарата сара күреү, йәш профессионалдар тәрбиәләү менән дә шөғөлләнәсәк. Агентлыҡ мөһим тип иҫәпләгән тағы бер проект — социаль башланғыстарға ярҙам итеү. Тимәк, шәхси мәктәптәр һәм балалар баҡсалары булдырыуҙа эшҡыуарҙарға ярҙам да күрһәтеләсәк.
— Агентлыҡты булдырыу Рәсәй Хөкүмәте Рәйесенең идеяһы ине. Бөгөн ил етәкселеге төрлө кимәлдә бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа ҙур ярҙам күрһәтә, ә ҙур эшҡыуарлыҡ үҙ проблемаларын үҙе хәл итеүгә өлгәшә. Урта эшҡыуарлыҡ ситтә ҡалды, шуға күрә беҙ тап ошо категорияға ярҙам итәбеҙ. Көрсөк ваҡытында ла улар үҙҙәренең һөҙөмтәле эшләүен дәлилләне, — тине Андрей Никитин.
Уның белдереүенсә, агентлыҡ менән Башҡортостан тәүгеләрҙән булып хеҙмәттәшлек итә башлаған. Республикабыҙҙың тәжрибәһе башҡаларға өлгө булыр тип ышана ул.
Әлфиә ӘЙҮПОВА