20 ғинуарҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикаға танышыу сәфәре менән килгән Беларусь Республикаһының Рәсәй Федерацияһындағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Андрей Кобяков менән осрашты. Унда ике республика араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү, берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, Беларусь Республикаһы беҙҙең предприятиелар өсөн эшлекле партнер булып тора. Мәҫәлән, тракторҙар йыйыу буйынса проект тормошҡа ашырыла. Тәүге 100–150 машина йыйылды ла инде. “Беҙ Беларусь белгестәре менән тейешле үҙәктәр ойоштороп, республикала картуф үҫтереү юлдары, шулай уҡ студенттар менән алмашыу хаҡында һөйләштек”, — тине Башҡортостан Президенты.
Л. ДӘҮЛИЕВА.