Республикабыҙҙың Үҙәк һайлау комиссияһы 43-сө Красный Холм һайлау округы буйынса бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутатын өҫтәмә һайлауҙы тәғәйенләне.
Депутат Зөфәр Йәнекәевтең Конституция суды рәйесе итеп раҫланыуы сәбәпле, уның депутат мандаты бушаны. Әле 43-сө Красный Холм һайлау округы буйынса Дәүләт Йыйылышы депутатын һайлауға бәйле округ комиссияһы вәкәләттәре Ҡалтасы районындағы территориаль һайлау комиссияһына йөкмәтелде.
Үҙәк һайлау комиссияһы республика теле- һәм радиоканалы тарафынан быйыл майҙа сәйәси партиялар эшмәкәрлеген яҡтыртыуға бүлгән эфир ваҡыты күләмен иҫәпләү һөҙөмтәләре раҫланды.
Комиссия шулай уҡ сараларҙың календарь планын, ҡайһы бер башҡа документтарҙы раҫланы.