Быйылғы июнь дә тыныс килмәне17.06.2014
Тарихтан билдәле булыуынса, яуҙарҙың күбеһе июндә башланған. Быйылғы ай ҙа тыныс түгел: Ираҡта йәнә һуғыш башланды. Украиналағы бәрелештәр ҙә ҡыҙыулаша.


АҠШ икенсегә уҡтала

10 июндә Ираҡта йәнә һуғыш башланды. Был юлы “Ираҡ ислам дәүләте һәм Леванта” экстремистары илдең әлеге етәкселегенә ҡаршы һөжүм асты. Ҡораллы төркөм илдең иң ҙур ҡалаларының береһе булған Мосулды баҫып алды. Мәрхүм Саддам Хөсәйендең тыуған ҡалаһы Тикрит та уларҙың ҡулына ҡалды.


Сөнни экстремистарына ҡаршы хөкүмәт ғәскәрҙәре менән берлектә шиғыйҙар һәм ҡурдтар һуғыш алып бара. Боларышҡа АҠШ сәбәпсе тип әйтергә була, сөнки сөнниҙәр шиғыйҙарҙы Америка ҡуштандарына һатылыуҙа ғәйепләй. Билдәле булыуынса, 2003 йылда Ираҡта ядро ҡоралы әҙерләнә тигән һылтау менән, АҠШ етәкселеге был илгә ҡаршы һуғыш башлағайны. Боларыш һөҙөмтәһендә Саддам Хөсәйен ҡулға алынып, дар ағасына аҫылды. Ә ядро ҡоралы табылманы.
Америка ғәскәрҙәре Ираҡта 2011 йылға тиклем һуғышты, ләкин улар өсөн бынан ыңғай һөҙөмтә булманы. Ираҡ халҡы партизан һуғышы алып барҙы. АҠШ миллиард долларлап аҡса түкте, меңдәрсә һалдатын юғалтты. Бөгөнгө сәйәсмәндәр һуғыштың хата булғанлығын таный. Был хаҡта яңыраҡ АҠШ-тың элекке дәүләт секретары Хиллари Клинтон асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Ул хәбәр Ираҡҡа ҡаршы яңынан һуғыш асмаҫҡа саҡырыу булып яңғыраны, шул уҡ ваҡытта һайлау алды сәйәсәте өсөн дә кәрәк булды (билдәле булыуынса, Хиллари Клинтон 2016 йылда президент һайлауҙа ҡатнашырға ниәтләй). Ә бына икенсе бер сәйәсмәндең – Бөйөк Британияның элекке премьер-министры Тони Блэрҙың – фекеренсә, 2003 йылда Ираҡҡа ҡаршы һуғыш башлау дөрөҫ аҙым булған. Әлеге боларыштың сәбәбен ул Көнбайыш илдәре етәкселәренең Сүриәлә булдыҡһыҙлыҡ күрһәтеүенә бәйләй. “Бәшәр Әсәд режимын ҡолатҡан осраҡта Ираҡта һуғыш башланмаҫ ине”, — ти Тони Блэр.
АҠШ президенты Барак Обама иһә был юлы боларыштан ситтә ҡаласаҡбыҙ, тип белдергәйне лә, һүҙендә торманы булһа кәрәк. Америка Ираҡҡа йәнә ҡоро ер ғәскәрҙәрен индерә ҡалһа, ваҡиғаның халыҡ-ара хәлде тағы ла ҡатмарлаштырып ебәреүе ихтимал.

Илсегә үлем юҡ, тиһәләр ҙә...

Украина менән һаман да газ мәсьәләһендә уртаҡ фекергә килә алмайбыҙ. Улар бурысын (ике миллиард доллар самаһы) түләмәҫкә тырыша. Уҙған аҙнала Рәсәй, Украина һәм Европа союзы араһында ошоға бәйле һөйләшеүҙәр алып барылғайны — һөҙөмтә булманы. Украина илебеҙ ҡуйған шарттарға күнмәне. Улар Рәсәй газын осһоҙораҡҡа һатып алырға ниәтләй. “Газпром” шундай талап ҡуйҙы: бурыс 16 июндең иртәнге сәғәт 10-ына тиклем ҡапланмаһа, алдан иҫәпләшеү тәртибе индереләсәк.

Газ мәсьәләһендә килешә алмаған мәлдә Украина икенсе төрлө баҫым яһап ҡарарға булды: Киев ҡалаһында Рәсәй илселегенә һөжүм ойошторолдо. Бина алдында башта майҙансылар тыныс митинг уҙғарған. Унан сарала ҡатнашыусылар төрлө тәртипһеҙлек ҡыла башлаған: Рәсәй илселәренең автомашиналарын түңкәргәндәр, йортҡа таш, яна торған шыйыҡса ырғытҡандар. Илебеҙҙең дәүләт флагын алып ташларға ла тартынмағандар. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров, тәртип боҙғандарҙы яуапҡа тарттырыуҙы һорап, рәсми Киевҡа, БМО-ның Хәүефһеҙлек Советына мөрәжәғәт итте. Уларҙың икенсеһе үтенесте яуапһыҙ ҡалдырҙы. Ғөмүмән, илселеккә һөжүм Украина етәкселеге тарафынан бойомға ашырылғандыр тип әйтергә була. Ни өсөн тигәндә, ундағы төп көстө “Азов” боевиктары тәшкил итә. Был төркөмдө Майҙан тарафынан Днепропетровск губернаторы итеп тәғәйенләнгән олигарх Игорь Коломойскийҙың финанслауы билдәле. Һөжүм итеүселәр араһында Юғары Рада депутаттарының, хатта сит ил эштәре министры Андрей Дещицаның булыуы ғәжәпкә ҡалдыра. Ул ярһыған халыҡты тынысландырыр, мөнәсәбәттәрҙе көйләр урынға, Владимир Путинды мыҫҡыллап сығыш яһаған! Был ҡылыҡты АҠШ-тың Украиналағы илсеһе Джеффри Пайеттың хуплауы ла аптырашта ҡалдыра. Тимәк, Рәсәй менән Украина араһындағы мөнәсәбәттәрҙең насарайыуы Америка өсөн ҡулай, һәм илселеккә һөжүмде лә улар ойошторған тип һығымта яһарға була.
Ошондай шарттарҙа Украинаның Луганск һәм Донбасс өлкәләрендә һуғыш дауам итә. Тәүгеһендә халыҡ ополчениелары көсө менән Украина хәрби көстәренең “Ил-76” хәрби йөк самолеты һәм “СУ-25” истребителе бәреп төшөрөлдө, 50-гә яҡын кеше һәләк булды. Луганск өлкәһе ҡалаларында Украинаның хәрби көстәре тарафынан тыныс халыҡ һауанан бомбаға тотола. Шулай итеп, яңы президент Петр Порошенко үҙ халҡына ҡаршы һуғыш алып бара.




Вернуться назад