Өфө ҡалаһының Совет районы прокуратураһы “УралСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлегендә миграция ҡануниәтенең үтәлешен тикшерҙе.
Асыҡланыуынса, “Ғаилә” сауҙа-күңел асыу комплексының подвалында урынлашҡан автосервистың етәксеһе тейешле рөхсәт ҡағыҙы булмаған Үзбәкстан гражданын автомобиль йыуыусы итеп эшкә алған. Район прокуратураһы “УралСтрой” йәмғиәте директорына ҡарата енәйәт эше асҡан. Һөҙөмтәлә етәксегә 30 мең һум күләмендә штраф һалынған. Әле мигрант менән хеҙмәт мөнәсәбәттәре өҙөлгән.
А. МИНҺАЖЕВА,
Өфөнөң Совет районы прокуратураһы хеҙмәткәре.