Башҡортостан парламентарийҙары торлаҡҡа сиратҡа ҡуйыу өсөн документтар йыйыуҙы ябайлаштырырға тәҡдим итә.
"Башҡортостан Республикаһында торлаҡ мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында"ғы республика законына үҙгәрештәр индереү хаҡындағы закон проекты өсөнсө уҡыуҙа ҡабул итеүгә әҙерләнде. Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитеты уны республика парламентының пленар ултырышында ҡабул итеү башланғысы менән сыҡты. Республика прокуроры ошо Законға индерергә тәҡдим иткән төҙәтмәләр урындағы үҙидара органдарының ҡайһы бер бурыстарын нығыта. Атап әйткәндә, ундайҙарға тәү сиратта граждандарҙы торлаҡҡа мохтаж булғандар рәүешендә иҫәпкә ҡуйыу өсөн кәрәкле документтарҙы башҡа ведомстволарҙан һорап алыу инә.
Иҫәпкә ҡуйыу өсөн бик күп документ йыйыу талап ителә. Ярайһы уҡ ҡатмарлы һәм оҙайлы эш был. Шул уҡ ваҡытта ведомство-ара мәғлүмәт алмашыу системаһын күҙ уңында тотҡан федераль закон бар. Уға ярашлы, гражданға башҡа ведомствоның мәғлүмәт базаһында булған документты икенсе ойошмаға тәҡдим итеү мотлаҡ түгел. Республика законына ошондай үҙгәрештәрҙе индереү кешеләрҙе ҡағыҙ йыйыу мәшәҡәтенән азат итәсәк.