Ил өсөн ғорурлыҡ сағылды17.06.2014
Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев етәкселегендәге рәсми делегация Ҡырымда булып ҡайтты. Сәфәр Рәсәй көнө уңайынан ойошторолдо.


“Симферополь” халыҡ-ара аэропортында Константин Толкачев Ҡырым Дәүләт Советы рәйесе Владимир Константинов менән осрашты. Унда илдең ике төбәге араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереү хаҡында һүҙ барҙы. Владимир Константинов Башҡортостан етәкселегенә Ҡырым халҡына ҙур ярҙам өсөн рәхмәт әйтте һәм бәйләнештәрҙең артабан да уңышлы дауам итеренә ышаныс белдерҙе.
Белогорск ҡалаһының үҙәк майҙанында Башҡортостандың сәнғәт оҫталары менән урындағы үҙешмәкәр коллективтар сағыу концерт күрһәтте. Сара башында Константин Толкачев халыҡты Рәсәй көнө уңайынан тәбрикләп, республика етәксеһе Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау сәләмен еткерҙе. Артабан яңғыраған сығышты ла – Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың телмәрен – майҙанға йыйылған халыҡ ифрат йылы ҡабул итте.
Ҡырым Рәсәйгә ҡушылғас ойошторолған тәүге байрам юғары илһөйәрлек рухында уҙҙы. Концерт программаһы “Рәсәй”, “Башҡортостан”, “Рәсәй халыҡтары”, “Беҙ бергә” тигән өлөштәрҙән торҙо. Өфө ҡалаһының “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбленең, Белогорск районының үҙешмәкәр балалар коллективтарының сығыштары менән башланған байрамда шулай уҡ беҙҙең республиканан “Далан” төркөмө, Миңзифа Исҡужина, Римма Амангилдина, Венера Юлгилдина, Салауат Мөхәмәтйәров, Вадим Зәкиев, Алена Завьялова һәм башҡа билдәле сәхнә оҫталары ҡатнашты.
— Өфө менән Белогорск халҡы араһында ошоғаса бындай күркәм бәйләнеш юҡ ине әле, — тине Башҡортостан мәҙәниәт министрының беренсе урынбаҫары Валентина Латипова. – Һәр йырҙа, бейеүҙә Рәсәй өсөн ҙур ғорурлыҡ тойғоһо сағылды. “Беҙ бергә” тигән йыр иһә байрамдың оранына әйләнде, халыҡ уны күҙ йәше аша тыңланы, көслө алҡышҡа күмде.
Сәфәр барышында Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Белогорск районының мәҙәниәт министрлығы етәкселеге менән осрашты, мәҙәниәт учреждениеларын ҡараны. Тармаҡҡа бәйле хеҙмәттәшлекте үҫтереү, мәҫәлән, гастролдәр үткәреү, өҫтәмә белем биреү ойошмаларына методик ярҙам күрһәтеү, музей, китапхана эштәрендә тәжрибә уртаҡлашыу һәм башҡа мәсьәләләр тикшерелде.
Ҡаланың үҙәк майҙанында күргәҙмәләр ойошторолдо, стадионда спорт ярыштары уҙҙы. Байрам дискотека һәм фейерверк менән тамамланды.






Вернуться назад