Рөстәм Хәмитовтың бойороғона ярашлы, 10 июндән республикабыҙҙа “Граждандарҙың закон сығарыу инициативаһы тураһында”ғы закон проекты йәмәғәтселек тикшереүенә тәҡдим ителде.
Проект граждандарҙың һәм берекмәләрҙең Башҡортостан Республикаһы законын ҡабул итеү, үҙгәртеү йәки көсөнән сыҡҡан тип таныу тураһындағы тәҡдим менән Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға шәхси йәки коллектив мөрәжәғәт ебәреп, закон сығарыу инициативаһын күрһәтеү хоҡуғын нығытҡан Конституция положениеларын тормошҡа ашырыу маҡсатында әҙерләнде. Документта инициатива төркөмөн төҙөү, ҡултамғалар йыйыу, шулай уҡ граждандарҙың закон сығарыу тәҡдимен теркәү һәм уны Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан тикшереү тәртибе тураһында белдерелә.
Республикабыҙ халҡы һәм төбәк йәмәғәт берекмәләре закон проекты менән “Асыҡ республика” порталында (https://zakon.openrepublic.ru/) таныша һәм иҫкәрмәләрен, тәҡдимдәрен ҡалдыра ала. Проектты тикшереү 10 июлгә тиклем дауам итә.