“Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе быйыл сентябрҙә үтәсәк Президент һайлауына әҙерлек башланы. Яңыраҡ фирҡә ағзалары үҙ араһынан был вазифаға кандидаттар билдәләне.
Алдан һайлауҙа ҡатнашыу өсөн алты кеше үҙ кандидатураһын күрһәткәйне. Улар – Президент вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаты Рафаэль Мәрҙәншин, Башҡортостандың Адвокаттар палатаһы президенты Булат Йомаҙилов, Башҡортостандың Санкт-Петербургтағы вәкиллеге етәксеһе Риф Сәхәбетдинов, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай комитеты рәйесе урынбаѕары Наил Ғиззәтуллин, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Аленка” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Николай Самойленко. Улар үҙҙәре тураһында һөйләгәс, һайлау алды программаһы менән таныштырҙы.
Йәшерен тауыш биреү юлы менән өс кандидат һайланды: Рөстәм Хәмитов (129 тауыш), Булат Йомаҙилов (39) һәм Рафаэль Мәрҙәншин (41). Партия һуңғы ҡарарын 21 июндәге конференцияла сығарасаҡ.
Партиялаштарының һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәренең иң күп тауышын алған Рөстәм Хәмитов үҙенең һайлау алды программаһын тәҡдим итеп, яңы ғына уҡыған китабы тураһында тәьѕораттары менән уртаҡлашты. Уҙған быуаттың 70-се йылдарында Өлкә Комитеттың беренсе секретары булып эшләгән Зыя Нуриевтың китабы ул.
– Ул осорҙа Башҡортостанда 115 предприятие төҙөлгән. Зыя Нуриев Салауат Юлаевҡа һәйкәл ҡуйыуға башланғыс һалған. Мин ошоларҙы уҡып көнләшеп тә ҡуйғайным, аҙаҡ фекерҙәремде ауыҙлыҡланым. Ә ниңә көнләшергә? Беҙҙең дә инвестициялар йәлеп итеү, предприятиелар төҙөү буйынса һәйбәт, ҙур программабыҙ бар. Бөгөн уның эсенә йөҙгә яҡын объект ингән, уларҙың дөйөм хаҡы триллион һум самаһы, – тине Рөстәм Зәки улы. – Беҙ ҙә арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе онотмайбыҙ, һәйкәлдәр ҡуябыҙ. Ауыл хужалығы, социаль тармаҡ – береһе лә ситтә ҡалмай.
Артабан ул, Президент вазифаһында башҡарған эштәренә туҡталып, уй-ниәттәре тураһында һөйләне.
– Нимәләрҙер эшләнде, тағы ла күберәге – планда. Дөйөмләштереп әйткәндә, алға китеш башланды. Беҙҙең парламентта алты партия эшләүенә бер йыл үтте тиерлек, барыһы ла ыңғай бара. Кешеләр йәмғиәт, халыҡ өсөн тырышҡас, сәйәси идеология, догма кеүек нәмәләр мөһим түгел. Социаль өлкәгә килгәндә, балалар баҡсалары төҙөлә, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау тармаҡтарындағы мөһим проблемалар хәл ителә, – тине ул.
Башҡа өлкәләр ҙә иғтибарһыҙ ҡалманы. Рөстәм Хәмитов машиналар эшләү, ауыл хужалығы, нефть химияһы, сәнәғәт буйынса проекттар, программалар тураһында ентекле һөйләне.
Залда ултырғандарҙың республика етәксеһенә һорауҙары ла байтаҡ ине. Рөстәм Зәки улы һәр кемгә ентекле яуап бирҙе.