Владимир Путин ТӘБРИКЛӘНЕ13.06.2014
Владимир Путин ТӘБРИКЛӘНЕ
Ил Президенты Владимир Путин Рөстәм Хәмитовҡа Рәсәй көнө айҡанлы ҡотлау телеграммаһы ебәрҙе. Дәүләт башлығының ҡотлауында былай тиелә:

“Хөрмәтле Рөстәм Зәки улы!
Һеҙҙе Рәсәй көнө менән ҡотлайым.
Беҙ Ватаныбыҙ, уның бөйөк тарихы, быуындан быуынға тапшырыла килгән илһөйәрлек традициялары менән ысын мәғәнәһендә ғорурланабыҙ. Быуаттар буйы атай-олатайҙарыбыҙ Тыуған илдең азатлығын һәм бойондороҡһоҙлоғон яҡлаған, уның мәҙәни, рухи, ижади ҡеүәтен үҫтергән. Беҙ ошо ҙур ҡиммәтте ҡәҙерләп һаҡларға, Рәсәй яҙмышының, уның ышаныслы киләсәгенең һәр беребеҙгә, ижади хеҙмәтебеҙгә, яуаплы гражданлыҡ позицияһына бәйле булыуын онотмаҫҡа тейешбеҙ.
Һеҙгә уңыштар юлдаш булһын. Иң изге теләктәремде еткерәм”.


Вернуться назад