Әгәр барыһына ла ҡаршы икәнһең...11.06.2014
Быйыл көҙ урындағы үҙидара органдары депутаттарын һайлағанда бюллетендәрҙә "барыһына ла ҡаршы" тигән графа барлыҡҡа киләсәк. Рәсәй Президенты Владимир Путин тейешле законға ҡул ҡуйҙы. Дәүләт Думаһы ҡабул иткән документты Федерация Советы хупланы.


Федераль закон менән урындағы үҙидара органдарын һайлағанда "Бөтә кандидаттарға ла ҡаршы", "Бөтә кандидаттар исемлегенә ҡаршы" тигән тауыш биреү алымын тергеҙеү күҙаллана. Документ шулай уҡ бюллетендәрҙең ғәмәлгә яраҡһыҙлығы, һайлауҙы үтмәгән тип таныу нигеҙҙәрен асыҡлай.
Әгәр бер кандидаттың башҡаларға ҡарағанда йыйған тауыш һаны барыһына ла ҡаршы булған тауыштарҙан аҙыраҡ булһа, бер мандатлы йәки берҙәм һайлау округы буйынса урындағы үҙидара органдарына һайлау үтмәгән тип таныла. Уны ҡайтанан ойошторғанда иң күп тауыш йыйған кандидаттыҡы бөтәһенә лә ҡаршы бирелгән тауыштар һанынан күберәк булһа, был кеше һайланған тип иҫәпләнә.
Үҙәк һайлау комиссияһында әйтеүҙәренсә, дәүләт власы органдарына, шулай уҡ Президент һайлауында яңы графа индерелмәй, сөнки был саралар муниципаль кимәлгә ҡарамай.




Вернуться назад