Владимир Путин: “Тотороҡлолоҡ — ул торғонлоҡ түгел, ә алға табан барыу”20.01.2012
Владимир Путин: “Тотороҡлолоҡ — ул торғонлоҡ түгел, ә алға табан барыу”Владимир Путин матбуғат биттәрендә һәм Интернетта ватандаштарыбыҙға замандың иң киҫкен мәсьәләләренә мөнәсәбәте хаҡында һөйләне. Хөкүмәт башлығы һәм ил президентлығына кандидат үҙенең тәүге программа мәҡәләһен “Рәсәй туплана — беҙ яуап бирергә тейешле талаптар” тип атаны.
4 мартта Рәсәй граждандары ил президентын һайлау участкаларына юл тотасаҡ. Әле йәмғиәттә бик күп бәхәстәр бара.
Киң тикшерелергә тейешле ҡайһы бер мәсьәләләр буйынса фекеремде әйтергә кәрәк, тип иҫәпләйем. Рәсәйгә ниндәй хәүеф янай һәм ниндәй бурыстар тора? Ҙур сәйәсәттә һәм иҡтисадта ҡайһы урынды яуларға тейешбеҙ? Ваҡиғалар ағышына ярашлы барасаҡбыҙмы, әллә уйын ҡағиҙәләрен булдырыуҙа ҡатнашасаҡбыҙмы? Ниндәй ресурстар ярҙамында үҙебеҙҙең позицияны нығыта һәм тотороҡло үҫеште тәьмин итә аласаҡбыҙ? Был үҫештең торғонлоҡ менән бер ниндәй ҙә уртаҡлығы юҡ, сөнки хәҙерге тормошта тотороҡлолоҡ — ул ҡаҙаныш. Уны үҙгәрештәрҙе асыҡтан-асыҡ ҡабул итеп, өлгөрөп еткән, уйланылған һәм үлсәнгән реформаларға әҙерлек күрһәтеп кенә, ныҡышмалы хеҙмәт менән яуларға мөмкин.

Йәмғиәт сәйәсмәндәрҙе күҙәтергә тейеш

Сәйәсмәндәргә йәмәғәт контроленең һүлпәнлеге, Рәсәйҙә граждандар йәмғиәтенең тейешенсә үҫеш алмауы арҡаһында ошондай күренешкә тап булдыҡ. Был юҫыҡтағы хәл әкренләп үҙгәрә, әммә әлегә үҙгәрештәр бик һүлпән бара.
Сәйәсәт халыҡтың күпселеге тарафынан ҡабул ителмәй, ошо күпселектең мәнфәғәттәрен сағылдырмай тороп, ысын демократияның булыуы мөмкин түгел. Эйе, йәмғиәттең ҙур өлөшөн яңғырауыҡлы лозунгтар менән, матур киләсәк вәғәҙә итеп ҡыҫҡа ғына ваҡытҡа ылыҡтырырға мөмкин, ләкин әгәр ҙә кешеләр ошо киләсәктә үҙ урынын күрмәһә, сәйәсәттән дә, ижтимағи бурыстарҙан да оҙаҡҡа баш тартасаҡ. Тарихыбыҙҙа бындай хәлдәр байтаҡ булды.
Мине һайлауҙан тыш, тауыш биреүҙән һуң нимәләр эшләргә кәрәклегенең тикшерелмәүе борсой. Рәсәй граждандары сәйәсмәндәрҙең ыңғай яҡтарын һәм етешһеҙлектәрен генә түгел, теге йәки был сәйәси эшмәкәр тормошҡа ашырырға ниәтләгән сәйәсәттең йөкмәткеһен дә, программаларҙы ла, уларҙың иғтибар үҙәгендә булырға тейешле талаптарҙы һәм бурыстарҙы, тормошобоҙҙо яҡшыртыу, ижтимағи ҡоролошто ғәҙелерәк итеү юлдарын, ниндәй иҡтисади һәм социаль үҫеш алымына өҫтөнлөк бирәсәгебеҙҙе тикшереү мөмкинлегенә эйә булырға тейеш, тип уйлайым.
Киләсәк, өҫтөнлөктәр, теге йәки был юлды һайлау, милли үҫеш һәм милли перспективалар тураһында киң диалог кәрәк. Был мәҡәлә ошондай аралашыуға саҡыра.

Әле ҡайҙабыҙ һәм ҡайҙа барабыҙ?

Бөгөн Рәсәй иҡтисади һәм социаль үҫештең төп күрһәткестәре буйынса тоталитар социализм моделе емерелгәндән һәм Советтар Союзы тарҡалғандан һуңғы тәрән көрсөктән сыҡты.
Иҡтисад үҫә — ә уны, иң элек, кешеләр, уларҙың эше, килемдәре, яңы мөмкинлектәре тәшкил итә. Торлаҡ шарттары ла ярайһы уҡ яҡшырҙы. Статистика буйынса уртаса килемле Рәсәй гражданы ғына түгел, хатта пенсионерҙарыбыҙ ҙа хәҙер төп аҙыҡ-түлекте 1990 йыл менән сағыштырғанда күберәк ҡулланыу мөмкинлегенә эйә.
Шуныһы айырыуса мөһим: һуңғы ун йыл эсендә Рәсәйҙә урта синыф кешеләре ҡатламы барлыҡҡа килде. Улар килемдәрен тотоноу йәки һаҡламға һалыу, ни ҙә булһа һатып алыу, ял итеү төрөн һайлау мөмкинлегенә эйә.
Урта синыфҡа сәйәсәтте һайлай алған кешеләр инә. 1998 йылда урта синыф халыҡтың 5-10 процентын тәшкил иткән — был СССР менән сағыштырғанда аҙыраҡ. Әле төрлө баһалар буйынса халыҡтың 20–30 проценты урта синыфҡа ҡарай. Уларҙың килеме 1990 йылғы уртаса эш хаҡынан өсләтә юғарыраҡ.
Урта синыф артабан да үҫергә, йәмғиәтебеҙҙә социаль күпселекте тәшкил итергә тейеш.

Өмөтөбөҙ — йәштәр

Рәсәйҙең төп өмөтө — ул халыҡтың, иң элек, йәштәребеҙҙең юғары белемлелеге. Билдәле бер проблемалар һәм илебеҙҙәге мәғариф системаһы сифатына дәғүәләр булыуға ҡарамаҫтан, был ысынлап та шулай.
Беҙ яңы социаль ысынбарлыҡҡа аяҡ баҫабыҙ. “Мәғариф революцияһы” Рәсәй йәмғиәтенең һәм Рәсәй иҡтисадының йөҙөн тамырынан үҙгәртә. Әле иҡтисадыбыҙ юғары белемле хеҙмәткәрҙәргә ҡытлыҡ кисермәһә лә, артҡа юл юҡ.

“Белем алыу дәрте” — Рәсәй файҙаһына

Рәсәйгә төп талап — беҙ йәш быуындың белем алырға дәртен файҙаланырға, урта синыфтың ихтыяждарын иҫәпкә алырға, иҡтисади үҫеште, илдең тотороҡло алға барыуын тәьмин итеү буйынса үҙ тормошо өсөн уларҙың яуаплылығын булдырырға тейешбеҙ.
Белемле кешеләр күберәк булғанда ғүмер оҙайлылығы арта, енәйәтселек, тәртипһеҙлек кәмей, һайлау рациональ була. Быларҙың барыһы ла, асылы буйынса, киләсәгебеҙ өсөн яҡшы ерлек тыуҙыра.
Әммә был ғына етмәй.

Тәрән үҫештәге яңы дәүер тураһында

2008 йылда башланған донъя көрсөгө барыһына ла ҡағылмай ҡалманы, күп нәмәне ҡайтанан баһаларға мәжбүр итте.
Иҡтисадта ғына түгел, сәйәсәттә лә, социаль өлкәлә лә ялған асыл сағылыш таба. Шулай уҡ иллюзор “дериватив”тар барлыҡҡа килә. Алға киткән илдәрҙәге көрсөк, минеңсә, хәүефле сәйәси тенденцияны сағылдыра: хеҙмәт етештереүсәнлегенең артыуына ҡарамаҫтан, дәүләттең социаль йөкләмәләрҙе уйламайынса, популистик арттырыуы ошондай илдәр халҡының айырым ҡатламдарында социаль яуапһыҙлыҡтың барлыҡҡа килеүенә этәрә. Хәҙер “бүтәндәр иҫәбенә” рәхәт йәшәгән дәүләттәр дәүеренең тамамланыуы күптәргә яҡшы билдәле.
Һәр кем нисек эшләй, шулай йәшәй. Был талап Рәсәйгә лә ҡағыла. Беҙ буш һүҙ һөйләмәнек. Иҡтисади сәйәсәтебеҙ уйланылған, үлсәнгән булды.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, парламентҡа һайлау буйынса күптән түгел үткән кампанияла ла популистик риторика яңғыраны. Президент һайлау кампанияһы барышында ла еңеп сығырына ышанмаған, шуға күрә үтәмәҫлек вәғәҙәләрҙе ҡыйыу биргән кешеләрҙән дә ошондай һүҙҙәр ишетербеҙ, моғайын. Асыҡтан-асыҡ шуны әйтәм: граждандарыбыҙҙың тормошон яҡшыртыу өсөн артабан да бөтә мөмкинлектәрҙе файҙаланырға кәрәк, әммә ҡайһы бер Көнбайыш илдәренән айырмалы, халыҡҡа әүәлерәк таратып биргәнде күпләп кире ҡайтарып алыу зарурлығы булмаһын өсөн әүәлгесә, “ә бәлки”гә һылтанып, эш итергә ярамай.

Беҙ илде бер бөтөнгә тупланыҡ

Халыҡ-ара хоҡуҡты һәм дәүләт суверенитетын һанға һуҡмауҙы хатта иң изге маҡсаттар менән дә аҡлап булмай. Өҫтәүенә, тәжрибә күрһәтеүенсә, был юлда тәүге маҡсатҡа, ҡағиҙә булараҡ, өлгәшә алмайҙар, ә тотҡарлыҡтар өмөттәрҙән юғарыраҡ була.

Тәрән үҙгәрештәр дәүерен Рәсәй ниндәй хәлдә ҡаршылай?

90-сы йылдарҙа ил тарҡалыуҙан һәм үҫеш кимәле түбәнәйеүҙән, ғәйәт ҙур социаль тотҡарлыҡтарҙан һәм юғалтыуҙарҙан тетрәнеү кисерҙе. Ошондай юҫыҡта дәүләтселектең һүлпәнәйеүе ҡотолғоһоҙ хәл ине. Беҙ ысынлап та һуңғы сиккә килеп еттек. 1999 йылда бер нисә мең енәйәтсенең — билдәле бер тышҡы көстәр ярҙамында — миллионлы армияһы булған дәүләткә һөжүм итеүе шул осорҙағы хәлдең аяныслы булыуы хаҡында һөйләй. Күптәр беҙҙе тулыһынса ҡыйратырға мөмкин, тип уйлай ине.
Шул осорҙа Федераль именлек хеҙмәте тарафынан тотоп ҡалынған мәғлүмәттең тексын яҡшы хәтерләйем. Төньяҡ Кавказда беҙҙең кешеләрҙе үлтергән иң ҡанһыҙ халыҡ-ара террорсыларҙың береһе — Хаттаб үҙенең көрәштәштәренә шундай һүҙҙәр яҙғайны: “Рәсәй һис ҡасан да булмағанса көсһөҙләнде. Төньяҡ Кавказды урыҫтарҙан тартып алыу өсөн яҡшы мөмкинлек бар”. Террорсылар яңылышты: Рәсәй армияһы чечендар һәм Кавказдағы башҡа халыҡтар ярҙамында илебеҙҙең территориаль бөтөнлөгөн һәм Рәсәй дәүләтенең берҙәмлеген һаҡлап ҡалды.
Әммә беҙгә көрсөктән сығыу өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға, көстө, илде тупларға, Рәсәйгә геосәйәси субъект статусын кире ҡайтарырға, социаль системаны яйға һалырға, түбән тәгәрәгән иҡтисадты аяҡҡа баҫтырырға, власҡа идара итеүҙе тергеҙергә тура килде.
Илдең ысын берҙәмлеген кире ҡайтарыу, икенсе төрлө әйткәндә, уның биләмәһендә айырым кешеләрҙең йәки төркөмдәрҙең хакимлығын түгел, ә Рәсәй халҡының суверенитетын урынлаштырыу яҡын киләсәккә бурыс итеп ҡуйылды.
Аяҡҡа баҫыу осоро үтте. Рәсәй үҫешендә совет осоронан һуңғы дәүер тамамланды.
Ҡатмарлы тышҡы сәйәси һәм тышҡы иҡтисади шарттарҙа алға барыу өсөн яңы нигеҙле һәм яңы сифатлы эҙемтәләр барлыҡҡа килде.

Президентлыҡҡа ниңә барам?

2012 йылда Рәсәй Президенты вазифаһына ниңә дәғүә итергә ризалыҡ биреүем хаҡында тағы ла бер тапҡыр әйтергә теләйем. Яңы илде аяҡҡа баҫтырыуҙа кемдең дә булһа хеҙмәттәренә тап төшөрөргә теләмәйем. Ундайҙар күп булды. Әммә шуныһы асыҡ: 1999 йылда — Хөкүмәт рәйесе, унан һуң Президент булған осорҙа дәүләтебеҙ тәрән системалы көрсөк кисерә ине. Ошо юлдарҙың авторы ойошторған һәм етәкселек иткән фекерҙәштәр төркөмө, граждандарҙың күпселегенә таянып, Рәсәйҙе граждандар һуғышы көрсөгөнән сығарҙы, терроризмға кәртә ҡуйҙы, илдең территориаль бөтөнлөгөн һәм конституцион тәртип булдырҙы, иҡтисадты аяҡҡа баҫтырҙы, ун йыл эсендә донъяла иҡтисади үҫеш һәм халыҡ килемдәрен арттырыу буйынса иң юғары темпҡа өлгәште.

Йәмғиәттең дәүләткә ышанысын кире ҡайтарыу

Милли үҫеш юлынан алға барыуға ҡамасаулаған етешһеҙлектәрҙе юҡ итеүҙе киләһе йылдарға бурысыбыҙ итеп күрәм. Рәсәйҙә даими үҫеш кисергән, берҙәм, йәнле, бер үк ваҡытта тотороҡло, сәләмәт дәүләт организмын тәшкил итерлек сәйәси система, социаль гарантиялар һәм граждандарҙы яҡлау структураһы, иҡтисад моделе ойоштороуҙы аҙағына еткереү зарур. Ул Рәсәй суверенитетын һәм бөйөк державабыҙ граждандарының сәскә атыуын гарантиялау һәләтенә алдан уҡ эйә булырға, һәр кешенең дәрәжәһен, ғәҙеллекте, дәүләт менән йәмғиәт мөнәсәбәттәрендә ышанысты һәм хәҡиҡәтте яҡларға тейеш.


Вернуться назад