Илдар Ғарифуллинға ышаныс күрһәтелде07.06.2014
Илдар Ғарифуллинға ышаныс күрһәтелде Ғәмәлдәге ҡануниәткә һәм район Советы ҡарарына ярашлы, Ғарифуллин Илдар Вил улы контракт буйынса Ҡариҙел районы хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләнде.

* * *

Рөстәм Хәмитов Алексей Новиковты Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры урынбаҫары итеп тәғәйенләне. Ул спорт ҡоролмаларын төҙөү һәм файҙаланыу мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк.

Алексей Новиков 1968 йылда Новгород өлкәһендә тыуған. Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1986 йылда “Дорремстрой” тресында башлай. Төрлө йылдарҙа “Башкиравтодор” берекмәһендә мастер, прораб, инженер, юл төҙөлөшө идаралығында баш белгес, “Стройснаб” предприятиеһында директор урынбаҫары, “Простор” йәмғиәтендә генераль директор урынбаҫары, “Салауатстройинвест” йәмғиәтендә башҡарма директор, “Шатлыҡ” сауҙа комплексында директор, Моторҙар эшләү компанияһында баш инженер булып эшләй. 2012 йылдан әлегә тиклем Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында спорт ҡоролмаларын төҙөү һәм файҙаланыу секторы мөдире булды.

* * *

Президент Указына ярашлы, Илдус Мамаев Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде.


Ул 1962 йылда Благовар районында тыуған. Юғары белемле — Ленин комсомолы исемендәге Силәбе политехник институтын һәм Башҡортостан Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1980 йылда Златоуст машина эшләү заводында электр механигы булып башлай. Армия сафында хеҙмәт иткәндән һуң ошо уҡ предприятиела йөк ташыусы, слесарь, мастер булып эшләй. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә — 1990 йылдан. Бында ул өлкән мастерҙан алып Өфөнөң Торлаҡ хужалығы һәм инженерлыҡ тәьминәте предприятиелары идаралығы начальнигы урынбаҫарына тиклем хеҙмәт юлы үтә. 2001 йылдан “Башкоммунприбор” бүлендек предприятиеһы етәксеһе була.


Вернуться назад