Рөстәм Хәмитов Хәйриә эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса республика советының ултырышын үткәрҙе.
Уның эшендә республика министрлыҡтары һәм ведомстволары, муниципалитеттар, конфессиялар, хәйриә фондтары һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты. Ултырышты асып, Рөстәм Хәмитов республиканың Ҡырымға ярҙам күрһәтеүгә индергән өлөшөн билдәләне.
– Башҡортостандың үҙенә беркетелгән биләмәләрҙә системалы эште ойоштороуы йәһәтенән күп кенә төбәктәргә өлгө булыуы федераль кимәлдә лә билдәләнә. Республика халҡы ҡырымдарға ауыр осорҙа тәүгеләрҙән булып ярҙам күрһәтә башланы. Ябай граждандар, предприятиелар, бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, власть органдары был саранан ситтә ҡалманы. Һөҙөмтәлә ярҙам фондына 180 миллион һумдан ашыу аҡса күсерелде, – тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең, Белогорск районы хакимиәтенең үтенесен кире ҡаҡмайынса, Ҡырым халҡына ысын ярҙам күрһәткән кешеләргә рәхмәтлемен.
Республикала хәйриә эшмәкәрлегенә килгәндә, төбәк башлығы һуңғы йылдарҙа уның әүҙемләшеүен билдәләне. Власть органдары балалар йорттарына, дауаханаларға, социаль учреждениеларға бюджеттан тыш аҡсаны йәлеп итеү йәһәтенән эш алып бара. Аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләләр, һуғыш ветерандары өсөн льготалы шарттарҙа театр, музейҙарға барыу ойошторола. Республика етәксеһе әйтеүенсә, социаль учреждениеларға 30 миллион һумдан ашыу хәйриә ярҙамы күрһәтелгән. Был 2012 йыл менән сағыштырғанда дүрт тапҡырға күберәк.
Бынан тыш, “Башҡортостанда хәйриәлек” (https://dobro.openrepublic.ru) мәғлүмәт порталы эшләй. Унда һәр кем мохтаждарға ярҙам итә ала.