Көньяҡ Корея яҡынайырға теләй06.06.2014
Республика Президенты вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Корея илселеге делегацияһын ҡабул итте.


Артабанғы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тикшерелде. "Корея Республикаһы – Башҡортостандың өҫтөнлөклө партнерҙарының береһе", — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. Ул ҡунаҡтарға республикабыҙ, уның иҡтисади хәле тураһында һөйләне. Осрашыу барышында Башҡортостан һәм Корея эшҡыуарҙарының үҙ-ара эш итеүе мәсьәләһе лә күтәрелде.
– Тауар әйләнеше әллә ни ҙур түгел – 25 миллион доллар самаһы. Кореянан да, Башҡортостандан да инвестициялар юҡ тиерлек, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә Корея капиталы ҡатнашлығында 11 предприятие эшләй. Былтыр Сеулға барып, электрон белем биреү менән бәйле мәсьәләләрҙе өйрәндек, "Самсунг электроникс" компанияһында булдыҡ. Әммә әлегә был йүнәлештә ҙур үҫеш юҡ. Әлбиттә, был өлкәгә Корея белгестәрен йәлеп итергә тырышасаҡбыҙ.




Вернуться назад