Евразия Европаға дәғүәсе була алырмы?03.06.2014
Европарламент башлыҡ һайларға йыйына

22 — 25 майҙа Европарламентҡа һайлау үтте, уның һөҙөмтәләре ЕС лидерҙары өсөн һөйөнөслө түгел. Унда Европа халыҡ партияһы вәкилдәре еңеп сыҡты, һәм Еврокомиссия рәйесе вазифаһын да ошо партия кешеһе биләүе ихтимал. Европа халыҡ партияһын милли шовинистик рухтағы “Уң көстәр” союзы берләштерә. Еврокомиссия рәйесе Жозе Мануэла Баррозу урынына Люксембургтың элекке премьер-министры Жан-Клод Юнкер дәғүә итә һәм уның еңеп сығыуы бар. Жан-Клод Юнкер Европа халыҡ партияһы вәкиле булып тора ла инде. Бөйөк Британия премьер-министры Дэвид Кэмерон Жан-Клод Юнкерҙың власҡа килеүенә теше-тырнағы менән ҡаршы тора. Британия премьеры белдереүенсә, әгәр ҙә Жан-Клод Юнкер Еврокомиссия рәйесе итеп һайлана ҡалһа, уның иле Европа союзынан сығасаҡ.
Билдәле булыуынса, Бөйөк Британияла 2017 йылға референдум уҙғарыу билдәләнгән. Был референдумда халыҡ илдең Европа союзында ағза булып тороу-тормауын хәл итәсәк. Жан-Клод Юнкерҙың власҡа килеүен Бөйөк Британияла ғына түгел, Европаның башҡа илдәрендә лә өнәп еткермәйҙәр. Дөрөҫ, был вазифаға дәғүә итеүселәр араһында башҡа кандидаттар ҙа бар. Италия премьер-министры Маттео Ренци Юнкерҙың берҙән-бер кандидат түгеллеген белдерә. Италия оппозицияһында торған, “Биш йондоҙ” хәрәкәте лидеры Беппе Грилло, йә булмаһа “Төньяҡ лига” сепаратистары лидеры Маттео Сильвиниҙы күҙ уңында тотҡанмылыр, әйтеүе ҡыйын. Германия иһә Еврокомиссия рәйесе итеп үҙ кешеһен күргеһе килә. Европа социаль-демократтар партияһынан булған Мартин Шульц — юғары вазифаға дәғүә итеүселәрҙең береһе.
Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: Европарламенттағы 751 мандаттың 96-һы — немец депутаттары ҡулында. Шулай булғас, Мартин Шульцтың да һайланыу мөмкинлеге юғары. Тик Германия канцлеры Ангела Меркель үҙ ҡан-ҡәрҙәшен түгел, ә Жан-Клод Юнкерҙы яҡлай. Тап шул сәбәпле Меркель менән Дэвид Кэмерон араһында бәхәс бара ла инде. Кэмерон белдереүенсә, уҙған быуаттың 80-се йылдарындағы эшмәкәр киләһе биш йыллыҡтың проблемаларын хәл итергә тейеш түгел. Быныһы инде Европарламентҡа һайлауҙарҙың биш йылға бер тапҡыр уҙғарылыуына ишара. Шул уҡ ваҡытта Европарламенттағы уң көстәр бергә берләшеү идеяһы менән яна. Европарламенттың үткән саҡырылышында евроскептиктарҙың уң төркөмө “Европаның демократияһы һәм азатлығы өсөн” лозунгыһы аҫтында бергә берләшкәйне. Был берләшмәлә 11 илдән 32 депутат ине. Европарламентта төркөм булдырыу өсөн ете илдән 25 депутат булыуы ла етә. Италиянан булған депутат Беппе Грилло белдереүенсә, әле туғыҙ илдән 60-ҡа тиклем депутат уларҙың фракцияһына ҡушылырға әҙер. Уң көстәр бергә берләшә ҡалһа, киләсәктә Европа союзына тарҡалыу ҡурҡынысы янай, сөнки уң көстәр иҡтисади йәһәттән алға киткән илдәр менән артҡа һөйрәлеүселәрҙең бер союзда тороуын теләмәй.
Һуңғы йылдарҙа Европа союзы иҡтисади көрсөккә килеп терәлгән Греция, Португалия кеүек илдәрҙе дөйөм көс менән “һаҙлыҡтан” һөйрәп сығарып килә. Уң көстәр белдереүенсә, бындай алым дөйөм ҡаҙнаға ҙур зыян килтерә һәм алдынғы илдәрҙә йәшәүселәрҙең кеҫәһенә һуға. Шуға ла улар артта һөйрәлеүселәр менән үҙ табышын бүлешергә теләмәй. Уларса, бындай алым дөйөм Европа иҡтисадын көрсөккә алып киләсәк. Европа союзының тарҡалыу ҡурҡынысына европалылар үҙҙәре ғәйепле. Бер енесле никахтарҙың законлаштырылыуы, һаҡаллы ҡатын-ҡыҙға өҫтөнлөк бирелеүе Европа илдәрендә кешелек гармонияһының боҙолоуы хаҡында һөйләй. Ә гармония боҙолоуы, иртәме, һуңмы, һәләкәткә алып киләсәк. Шуға ла Европа союзы илдәренә Украиналағы хәлдәргә ҡыҫылыу түгел, ә үҙҙәренең киләсәге хаҡында ҡайғыртырға кәрәктер. Хәйер, бөгөн уларҙа Украина ҡайғыһы юҡ.

Яңы Союздың мөмкинлектәре юғары

Европа союзына тарҡалыу ҡурҡынысы янаған бер мәлдә, донъяла яңы иҡтисади ойошма – Евразия союзы барлыҡҡа килде. Үткән аҙнала Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала Рәсәй Президенты Владимир Путин, Белоруссия президенты Александр Лукашенко һәм Ҡаҙағстан президенты Нурсолтан Назарбаев яңы Союз төҙөү тураһындағы документҡа ҡул ҡуйҙы. Был сарала Ҡырғыҙстан һәм Әрмәнстан президенттары Алмазбәк Атамбаев менән Серж Саргсян да ҡатнашты. Киләсәктә был илдәрҙең дә яңы берләшмәгә ағза булып инеүҙәре ихтимал. Серж Саргсян белдереүенсә, Әрмәнстан быйыл уҡ Евразия союзына ағза булып инеү өсөн документтарҙы талаптарға яраҡлаштыра ала. Ҡырғыҙстан да ошо хаҡта белдерә. Әле Евразия союзындағы өс илдең иҡтисади күләме 2,2 триллион доллар тәшкил итә. Яңы ойошманың штаб-квартираһы Мәскәү ҡалаһында, берләштерелгән Үҙәк банк — Астанала, суд Минскиҙа урынлашасаҡ. Үҙәк банк системаһын 2025 йылға тиклем формалаштырып бөтөрөү күҙаллана.
Евразия союзы булдырыу тураһында һүҙ күптән йөрөй. Был хаҡта 20 йыл элек үк Нурсолтан Назарбаев белдергәйне. Ул ағза булып торасаҡ илдәрҙең исемдәрен атағайны. Унда Рәсәй, Ҡаҙағстан, Белоруссия, Ҡырғыҙстан, Тажикстан бар, ә Украина юҡ. Тимәк, Назарбаев шул саҡта уҡ Украинаның ниндәй юлдан китәсәген тоҫмаллаған. Евразия союзының барлыҡҡа килеү тарихы һикәлтәле генә булды тип әйтергә мөмкин. Башта, 1993 йылда Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе (СНГ) барлыҡҡа килгәйне. Был берләшмәнән сығыусы илдәр булғанлыҡтан, ул үҙенең көнүҙәклеген юғалтты. 2000 йылда ЕврАзЭс пәйҙә булды. Һуңғараҡ Рәсәй, Белоруссия, Ҡаҙағстанды бергә берләштергән Таможня союзы барлыҡҡа килде. Евразия союзы иһә шул берләшмәләр тарафынан бойомға ашырыла алмай ҡалған уй-ниәттәрҙе тормошҡа ашырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Таможня союзы килешеүҙәренең Евразия союзы килешеүҙәрендә сағылыш табыуы шуға ишара. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: яңы Союз дәүләттәрҙең суверенитетына ҡағылмай, ә иҡтисади берләшмә генә булып тора. Ҡайһылай ғына булмаһын, Евразия союзы барлыҡҡа килеүе ЕС илдәренең сәменә теймәй ҡалмаясаҡ.




Вернуться назад