Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең Указы менән закон сығарыу башланғысы хоҡуғы субъекттарын республика Президенты һәм Хөкүмәте тәшкил иткән Башҡортостан закондары проекттарын йәмәғәтселек тарафынан тикшереү тураһындағы положениены раҫланы.
Документҡа ярашлы, закон проекттарын йәмәғәтселек тикшереүенә сығарыу тураһындағы ҡарарҙы төбәк етәксеһе ҡабул итәсәк. Республика Президенты бойороғо менән рәсмиләштерелгән ҡарарҙа закон проектын йәмәғәтселек тарафынан тикшереүҙең башланыу һәм тамамланыу ваҡыты билдәләнәсәк. Тикшереү өсөн закон проекттары Интернет селтәрендәге “Асыҡ республика” (https://zakon.openrepublic.ru) порталында урынлаштырыла. Фекер алышыуҙа ҡатнашыусыларға иҫкәрмәләрен һәм тәҡдимдәрен ебәреү, шулай уҡ башҡаларҙан килгәндәре менән танышыу мөмкинлеге бирелә.
Закон проектын тикшереү, килгән иҫкәрмәләрҙе һәм тәҡдимдәрҙе анализлау өсөн республика Президенты бойороғо менән эксперт-эш төркөмө ойошторола. Уның составына Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары, башҡарма власть органдары вәкилдәре, республиканың Йәмәғәт палатаһы, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы, йәмәғәт берекмәләре ағзалары индерелеүе мөмкин.