Саммиттарға әҙерлек тикшерелде03.06.2014
Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Шишмә, Өфө райондарында булып, Өфөлә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары советы ултырышын, БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуын үткәреүгә әҙерлекте тикшерҙе.


Шишмә районының Алкин ауылындағы “Толпар” шифаханаһында республика башлығы балаларҙың һәм үҫмерҙәрҙең йәйге ялының ойошторолоуын ҡараны. Был шифахана — республикалағы сабыйҙар учреждениеларының иң ҙурҙарының береһе. Унда энергияны һаҡлау технологиялары файҙаланыла. Ойошманың баш табибы Фәрит Хисамов әйтеүенсә, быйыл бында ҡояш электр станцияһы сафҡа индерелгән.
Өфө районында республика етәксеһе Мармылев ауылы янындағы “Миловка” паркы торлаҡ комплексы төҙөлөшө менән танышты. Проект Башҡортостан Хөкүмәте менән Торлаҡ төҙөүгә булышлыҡ итеү буйынса федераль фонд араһындағы килешеүгә ярашлы тормошҡа ашырыла. 206 гектар майҙанда тимер-бетон каркаслы йорт һалыу технологияһы буйынса эконом класлы 500 мең квадрат метрҙан ашыу торлаҡ төҙөү көтөлә.
Генераль подрядсы — “КилСтройИнвест” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Дмитрий Комлев әйтеүенсә, йорттарҙы йөҙләү өсөн Япониянан килтерелгән фиброцемент бетонлы панелдәр файҙаланыласаҡ.
— Беҙ ҡатмарлы техника — авиация двигателдәрен эшләйбеҙ, ә ошондай ябай панелдәрҙе, уны нығытҡыстарҙы Япониянан килтерәбеҙ, — тип ризаһыҙлыҡ белдерҙе Рөстәм Хәмитов һәм урындағы төҙөлөш материалдарын ҡулланыуҙы талап итте. Башҡортостан етәксеһе шулай уҡ инфраструктура мәсьәләләрен ваҡытында хәл итеү зарурлығына иғтибарҙы йүнәлтте.
— Бында 9 мең кеше йәшәйәсәк, уларҙың ҡалаға барыу һәм ҡайтыу мәсьәләһен алдан күҙалларға кәрәк, — тине төбәк башлығы, Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Николай Гавваға мөрәжәғәт итеп.
Бынан тыш, биҫтәлә икенсе балалар баҡсаһын проектлау һәм һалыу мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Әле тәүге баҡса планлаштырылған, төҙөлөш киләһе йыл башланасаҡ.
Артабан Рөстәм Хәмитов “Өфө-аэропорт” юлын ҡараны, Цюрупа һәм Зәки Вәлиди урамдары киҫелешендәге Sheraton 4+* ҡунаҡханаһы төҙөлөшөндә булды, Аксаков һәм Түбә урамдары киҫелешендәге KECKO-HILTON 4* ҡунаҡханаһын һәм Конгресс-холдағы төҙөкләндереү эштәрен тикшерҙе. Sheraton 4+* ҡунаҡханаһында каркасты бетонлау тамамланған, эске инженерлыҡ системалары үткәрелә, диуарҙар һалына, фасад эштәре башланған. Планға ярашлы, киләһе йылдың 1 апрелендә ҡунаҡхана тәүге ҡунаҡтарын ҡабул итәсәк.




Вернуться назад